

Өфө нефть университеты индустриаль партнеры ярҙамында Вуз-ара студенттар кампусы нигеҙендә яһалма интеллект үҙәген асты. Бында мәғлүмәт аналитикаһы һәм машина ярҙамында уҡытыу өлкәһендәге тикшеренеүҙәр менән шөғөлләнәләр һәм сәнәғәтте һанлы үҙгәртеп ҡороу йәһәтенән белгестәр әҙерләйҙәр.
– Кампуста ошоға оҡшаш алдынғы технологияларҙы ғәмәлгә индереп, Башҡортостанда бөтөн ғилми-белем биреү экосистемаһын ойошторабыҙ. Бында һәләтле йәштәр ысын сәнәғәт мәсьәләләренең асылына төшөнөп, предприятиеларыбыҙҙың һанлы киләсәге архитекторына әүереләсәк. Ошо рәүешле кадрҙар потенциалына инвестиция йүнәлтәбеҙ. Был тиҫтәләрсә йыл алдан республикабыҙ сәнәғәтенең конкурентлыҡ ҡеүәһен билдәләйәсәк, – тине Башҡортостандың Фән һәм юғары белем буйынса дәүләт комитеты рәйесе Светлана Мостафина.
Лаборатория студенттарға һәм ғилми хеҙмәткәрҙәргә алдынғы технологияларҙан файҙаланырға һәм төрлө индустрияларҙағы бизнес-кейстар менән эшләргә мөмкинлек бирәсәк. Етештереүҙе автоматлаштырыу өсөн яһалма интеллект ҡарарҙарын ғәмәлгә индереү һәм инженерлыҡ өлкәһендәге яһалма интеллекты үҫтереү төп эш йүнәлештәрен тәшкил итәсәк. Заманса ҡорамалдарҙа бер үк ваҡытта 20 студент эшләй ала. Тикшеренеү эшмәкәрлегенән тыш, майҙансыҡ хакатондар үткәреү һәм проект эшен ойоштороу өсөн дә файҙаланыласаҡ.
Әйткәндәй, лаборатория “Газпром нефть” асыҡ акционерҙар йәмғиәте ярҙамында эшләй башланы.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.