

Өфөнөң Вуз-ара кампусы резиденттары Мәскәүҙә «Өҫтөнлөк 2030» программаһы конференцияһында ҡатнашты. «Өҫтөнлөк 2030» программаһында ҡатнашыусылар биш йыллыҡ эшкә йомғаҡ яһаны һәм «Өҫтөнлөк – технологик лидерлыҡ» ҙур конференцияһында лидерлыҡтың яңы тенденцияларын билдәләне.
Йылдың фән һәм мәғариф өлкәһендәге төп ваҡиғаһы баш ҡала майҙансығында РФ Хөкүмәте вәкилдәрен, федераль министрлыҡтар һәм ведомстволар башлыҡтарын, алдынғы университет ректорҙарын, дәүләт корпорациялары һәм сәнәғәт холдингтары вәкилдәрен йыйҙы. Ҙур конференция «Технологик лидерлыҡ университеттары: саҡырыуҙар һәм ҡарарҙар» асыҡ дискуссияһынан башланды, унда спикерҙар университеттарҙың технологик үҫеш драйверҙары булараҡ яңы ролен һәм «Университет 3.0» моделенә күсеүҙең практик юлдарын тикшерҙе.
Рәсәй вице-премьеры Дмитрий Чернышенко билдәләүенсә, ҡуйылған маҡсаттарға өлгәшеү өсөн юғары уҡыу йорттарында булған технологияларға йүнәлеш алырға кәрәк. РФ Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары тәүгеләрҙән булып Өфө фән һәм технологиялар университетын миҫалға килтерҙе, унда 2022 йылдан алдынғы инженерлыҡ мәктәбе уңышлы эшләй.
Башҡортостан Республикаһында дүрт юғары уҡыу йорто «Өҫтөнлөк 2030» программаһының төп трегына инде. Улар - Өфө фән һәм технологиялар университеты, Өфө дәүләт нефть техник университеты, Башҡорт дәүләт медицина университеты, Башҡорт дәүләт аграр университеты. Программала Рәсәй субъекттары араһында иң күп юғары уҡыу йорттары Башҡортостандан.
Әлеге ваҡытта «Өҫтөнлөк 2030» программаһының төп бурысы – университеттарҙы илдең фәнни-технологик һәм социаль-иҡтисади үҫеш үҙәктәренә әйләндереү. Кадрҙар мәсьәләләрен хәл итеүҙән юғары уҡыу йорттары тикшеренеү һәм инновацион көн тәртибенә күсә.
Дискуссия сиктәрендә беренсе вице-премьер Денис Мантуров университеттарҙа инжиниринг үҙәктәренең эше тураһында һөйләне, был юғары уҡыу йорттарының иҡтисадтың реаль секторы менән тотороҡло бәйләнештәрен булдырырға мөмкинлек бирҙе.
Ҙур конференция барышында Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Татьяна Голикова «Өҫтөнлөк 2030» программаһында ҡатнашыусы университеттарҙың ватан медицинаһын үҫтереүгә индергән өлөшө хаҡында һөйләне.
«Өҫтөнлөк 2030» федераль программаһының биш йыллыҡ эш йомғаҡтары ла урындарҙа юғары баһалана. Башҡортостан Республикаһының Фән һәм юғары белем биреү буйынса дәүләт комитеты рәйесе Светлана Мостафина республикабыҙ иҡтисадының реаль секторы проектында ҡатнашыусы вуздарҙың һәм технологик партнерҙарҙың дөйөм ҡаҙаныштарын билдәләй.
- Был - университеттарҙың, индустриаль һәм бизнес-партнерҙарҙың берлектәге ҙур эш һөҙөмтәһе, республика һәм ил хөкүмәтенең бығаса булмаған ярҙамы. Беҙҙең төбәк вуздары иҡтисад өсөн кадрҙар әҙерләүсе генә түгел, ә алдынғы технологиялар генерациялау үҙәктәре, фән, бизнес һәм дәүләтте берләштереү урындары.
«Өҫтөнлөк 2030» программаһында ҡатнашыу беҙгә фәнни-технологик үҫеш лидеры булараҡ үҙ позицияларыбыҙҙы тағы ла нығытырға мөмкинлек бирәсәк.
БЕЛЕШМӘ.
Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең Вуз-ара студенттар кампусы Рәсәй Президенты ҡушыуы буйынса һәм Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығының «Фән һәм университеттар» милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә төҙөлә. Өфө кампусы проекты - 4,3 мең кешегә иҫәпләнгән торлаҡ биналары, уҡыу-ғилми комплексы, лабораториялары, эшлекле зоналары, магазиндары, уңайлы скверҙары һәм башҡа уңайлы ҡала мөхите объекттары булған студенттар ҡаласығы. 2030 йылға илдә 25 кампустан торған селтәр барлыҡҡа килергә тейеш. Был йүнәлеш буйынса эште РФ Хөкүмәте һәм Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығы алып бара. Әлеге ваҡытта “Йәштәр һәм балалар” милли проекты ярҙамында 24 ошондай студент ҡаласығы проектлана һәм төҙөлә. 2036 йылға кампустар һаны 40-ҡа тиклем артасаҡ.
Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/27752/