Белем һәм тәрбиә
1 Ноябрь 2025, 10:49

Башҡортостан студенттары йыйыла

Мәскәүҙә Башҡортостандан сыҡҡан студенттар өсөн “Яҡташ” форумы була.

19 ноябрҙә Мәскәү ҡалаһындағы һәм өлкәһендәге юғары уҡыу йорттарында уҡыған студенттар өсөн ойошторолған был сараның маҡсаты – яҡташтар менән бәйләнеште нығытыу, йәштәр һәм төбәк менән үҙ-ара эш итеүҙе үҫтереү, идеялар, тәжрибә менән уртаҡлашыу өсөн майҙан булдырыу.

Форум Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Рәсәй халыҡ хужалығы һәм хеҙмәте академияһы, тамашалар залы (Вернадский проспекты, 82, 1-се төҙөлөш, 5-се корпус). Үткәреү ваҡыты – көндөң икенсе яртыһы. Үҙең менән паспортың булыуы кәрәк, эшлекле стилдәге кейем кейеү кәңәш ителә.

Түбәндәге һылтанма буйынса мотлаҡ теркәлегеҙ: https://zemlyachestvo-bashkortost.timepad.ru/event/3646073/

Айһылыу НИЗАМОВА.

Беҙҙең МАХ каналына ҡушылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan

Читайте нас