Белем һәм тәрбиә
1 Ноябрь 2025, 08:45

Изгелек дәрестәре

Фатима Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһы 55 йыллығын билдәләне.

Фатима Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһы ойошторолоуына 55 йыл тулды. Ошо уңайҙан “Торатау” конгресс-холында үткән юбилей сараһы изгелек дәресе менән башланып китте. Башҡортостандың халыҡ артисы Алһыу Бәхтиева – уҡытыусыны, гимназияның 4-се класс уҡыусылары үҙ ролдәрен бик оҫта башҡарҙы.

– Үҙ халҡыңа, ереңә мөхәббәт һүҙҙәрҙә һәм ҡылыҡтарҙа, эштәрҙә сағылыш таба. Борон-борондан килгән йолаларҙы һаҡлап, олоно оло итеп белеп, яҡындарыбыҙға ярҙамлашып, тирә-яҡ мөхитте бысратмай, беҙ халҡыбыҙҙы, тыуған илебеҙҙе яратыуыбыҙҙы белдерәбеҙ. Шулай бит, балалар? – тигәнгә яуап итеп, халҡыбыҙға, телебеҙгә һәм еребеҙгә тоғро булырға һүҙ бирҙе гимназистар. Белем усағы уҡыусыларының хоры башҡарыуында “Һаумы, Ҡояш!” йыры бик урынлы яңғыраны.

Юбилей уңайынан Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары, “Халыҡ-ара шашка федерацияһы” төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы президенты, Башҡортостанда балалар шашка спортын үҫтереү проекты директоры Тамара Танһыҡҡужина тәбрикләү һүҙҙәрен әйтте һәм гимназияға Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Маҡтау ҡағыҙын тапшырҙы. Ул шулай уҡ башланғыс класс уҡытыусылары – Гөлназ Мөхәмәтйәнованы һәм Динара Латипованы Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығының Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләне. Уҡытыусылар  Гөлнара Сәлихова, Эльмира Ғәзизова, Диана Закирова, Гүзәл Моратова, Нурзилә Шакирова  Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы исеменә лайыҡ булды. Республика Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Рәхмәт хаттары менән педагогтар Зөһрә Ҡазыханова, Лилиә Бикбаева, Фардания Ғәтиәтуллина бүләкләнде.

Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығы Милли мәғариф идаралығы етәксеһе Морат Ишемғолов, данлы гимназияны юбилейы менән ҡотлап, педагогтар Әҡсән Зәйнуллинға, Салауат Вәлиевкә, Зарема Кучуловаға, Илнар Ҡунаҡҡужинға Рәсәй Мәғариф министрлығының Маҡтау ҡағыҙын тапшырҙы. Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары Гөлләриә Ялсыҡаева физкультура уҡытыусыһы Вәзих Әфләтуновҡа Өфөнөң Почетлы педагогы исеме бирелеүе хаҡында иғлан итте. Ул педагогтар Марина Солтановаға, Гөлдәриә Билаловаға – Өфө ҡалаһы хакимиәтенең, Айгөл Кәлиеваға – Өфө ҡалаһы Советының Маҡтау ҡағыҙын, Гөлфиә Ахуноваға, Гөлназ Исхаҡоваға Өфө ҡалаһы Советының Рәхмәт хатын тапшырҙы.

Баш ҡалабыҙҙың юғары һәм урта белем биреү уҡыу йорттары исеменән   Өфө күп тармаҡлы колледжы директоры Сынтимер Биктимир улы Баязитов ҡотланы. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Мөхәммәт улы Йосопов технология уҡытыусыһы Гөлсөм Ғәлимйән ҡыҙы Шафиҡованы, инглиз теле уҡытыусыһы Гүзәл Хәмит ҡыҙы Моратованы Рәсәй Дәүләт Думаһының Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләне. Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһы директоры – Сулпан Мәүләүи ҡыҙы Уйылданова, башланғыс кластар уҡытыусыһы – Гөлнара Салауат ҡыҙы Хажиева, мәктәптең ветераны Рәүфә Мөхөтдин ҡыҙы Илһамова “Ал да нур сәс халҡыңа!” миҙалына лайыҡ булды. Башланғыс кластар уҡытыусылары Көнһылыу Ишмөхәмәт ҡыҙы Хасаева,Рузана Фәнил ҡыҙы Нурыева, Наилә Рәис ҡыҙы Байымова, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Эльмира Салауат ҡыҙы Хәсәнова Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайының Маҡтау ҡағыҙын алды.

БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты, "Рәсәй халыҡтары ассамблеяһы"ның Башҡортостан бүлексәһе һәм Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе, "Ватан һаҡсылары" дәүләт фондының республика филиалы етәксеһе Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы Ҡолһарина хәүефһеҙлек нигеҙҙәре һәм ватанды һаҡлау дәрестәре уҡытыусыһы Илнар Дамир улы Ҡунаҡҡужинды һәм тәрбиәүи эштәре буйынса директор кәңәшсеһе Нәркәс Урал ҡыҙы Камалетдинованы "Ватан һаҡсылары" дәүләт фонды республика филиалының Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләне. Менәүәрә Абдулхай ҡыҙы Мәҡсүтова һәм Гөлсөм Ғәлимйән ҡыҙы Шафиҡова  Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтенең “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” миҙалына лайыҡ булды.

Гимназияның асылыуында ҙур өлөш индергән хөрмәтле шәхесебеҙ, Рәсәй Федерацияһының халыҡ уҡытыусыһы Мәрйәм Бураҡаева ҡотлау һүҙен  аудиояҙма аша еткерҙе.

Экранда – вафат уҡытыусыларҙың фотолары һәм исем шәрифтәре яҙылған фотоһүрәттәр ҡуйылғас, байрамда ҡатнашыусылар  гүр эйәләре булған хөрмәтле уҡытыусыларҙы бер минутҡа тын ҡалып иҫкә алды.

Ветерандар исеменән ошо Менәүәрә Абдулхай ҡыҙы Мәҡсүтова һүҙ алды. Ул гимназияла быуындар күсәгидешлеге һаҡланыуына рәхмәт белдерҙе.

Руслан Юлтаев эшләгән гимназия тарихын, уның сығарылыш уҡыусыларының ниндәй данлы шәхестәр булып китеүҙәрен сағылдырған мәғәнәле роликтар кисәгә йәм, йөкмәтке өҫтәне. Элекке директорҙар ҙа йылы һүҙ менән иҫкә алынды.

Мәктәптең әлеге директоры – Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы Сулпан Уйылданова Фатима Мостафина исемендәге премия лауреаты дипломдарын тапшырҙы. Был абруйлы бүләккә был юлы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Лилиә Ғилметдин ҡыҙы Бикбаева, башланғыс кластар уҡытыусыһы Гөлнара Гәрәй ҡыҙы Сәлихова, 11-се класс уҡытыусыһы, Бөтә Рәсәй олимпиадаһы призеры Карина Илдус ҡыҙы Гәрәева һәм “Ҡараташ” рок-төркөмө етәксеһе Фәнзил Рәүеф улы Атауллин лайыҡ булды.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы менән берлектә “Фатима Мостафина эҙҙәре буйлап” тигән девиз аҫтында уҡытыусылар делегацияһы Ф.Мостафинаның тыуған яғына, Һамар өлкәһенә, барып ҡайта. Киләсәктә улар менән осрашып торорға килешеү төҙөлә. Ошо һүҙҙәрҙе элекке директор бөгөнгө көндә Белорет районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары булып эшләгән Зөлфиә Басир ҡыҙы Ғәлийәнова ла ҡеүәтләне. Йыраҡ тимәй, ҡотларға килгән Һамар өлкәһе Рәшит Ниғмәти исемендәге Ырғыҙ мәктәбе директоры Нәзирә Дим ҡыҙы Манихова,  Стәрлетамаҡ ҡалаһының 2-се лицей директоры Салауат Фердинант улы Ғәлимуллин иң ҡайнар ҡотлау сәләмдәрен еткерҙе. Милли мәктәптәр директорҙары исеменән һүҙ Өфө ҡалаһының 136-сы лицейы директоры Шәмсулла Хәбибулла улы Хәбибрахманов тәбрикләне. 1991 йылғы сығарылыш уҡыусыһы, Иглин районы хакимиәте башлығы Гүзәл Рәйес ҡыҙы Насырова уҡытыусыларына рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһының тамамлаусылар араһында ла тыуған илебеҙ йәнен фиҙа ҡылғандар бар. Бөгөн шундай ир-арыҫландар тәрбиәләгән әсәй Гөлнур Фәйзрахман ҡыҙы Ҡасимоваға  гөлләмәләр бүләк ителде. 20-се мәктәптең илһөйәрлек рухында тәрбиәләнгән сығарылыш уҡыусылары ошо изге яуға үҙҙәре теләп юллана. Әлеге көндә дә ут эсендә йөрөгәндәр бар. Уларҙың имен-һау, еңеү менән әйләнеп ҡайтыуын теләне байрамға йыйылыусылар.

Бөгөнгө көндә лә гимназия яҙыусылар, журналистар менән дуҫ йәшәй.  Үҙҙәре менән тығыҙ хеҙмәттәшлек иткән “Башҡортостан Республикаһы” нәширәт йортоноң генераль директоры Зөлфиә Рәхмәтуллинаға, Башҡортостан Журналистар союзы рәйесе, “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире Вәдүт Исхаҡовҡа, Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе, “Шоңҡар” журналының баш мөхәррире Айгиз Баймөхәмәтовҡа, “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналының баш мөхәррире Салауат Кәримовҡа, “Киске Өфө” гәзитенең баш мөхәррире Гөлфиә Янбаеваға һәм “Тамыр” балалар студияһы етәксеһе Гөлназ Ҡолһаринаға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Ата-әсәләр исеменән комитет рәйесе, Башҡорт дәүләт медицина университеты профессоры Марсель Марат улы Тойғонов сығыш яһаны һәм изге теләктәрен еткерҙе.  

Кисә матур концерт номерҙары менән үрелеп барғанға бер тынала үтеп китте. Башҡортостандың халыҡ артистары Роберт Юлдашев, Заһир Иҫәнсурин, легендар “Ант” төркөмө егеттәре Алмаз Ғафаров һәм Рәмил Ихсанов,  Халыҡ-ара, бөтә Рәсәй һәм республика йыр һәм ҡурай конкурстары лауреаты Юнир Һағынбаев, Республика телевизион һәм халыҡ-ара конкурстары лауреаты Илнур Миһманов,  «Бүреләр» рок-группа төркөмө етәксеһе Илшат Абдуллин, “Ҡараташ” рок- төркөмө солисы Фәнзил Атауллин, дәртле бейеүҙәре менән  “Гузель Данс” төркөмө, легендар “Тамыр” балалар студияһы, гимназияның Салауат Вәлиев етәкселегендәге ҡурайсылар ансамбле сығыштары онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар ҡалдырҙы.  Кисәне яғымлы итеп Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Салауат Мөхәмәтйәров менән Эльмира Юлдашева алып барҙы. Сценарийҙы шағирә Гөлназ Ҡотоева яҙҙы. Сәхнәгә режиссер, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре  Редик Ғәниев ҡуйҙы.

“Төплө белгестәр әҙерләүгә нигеҙ һалыусы. Рух тәрбиәләүсе. Киләсәккә быуындарҙы әйҙәүсе. Өфөнөң үҙәге, башҡорттоң йөрәге. Уның тарихы ла, даны ла быуаттарға етһен!  Йәшәһен Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһы!” – тигән алғыштар яңғыраны кисәлә. Иншаллаһ, шулай булһын!

Һамар өлкәһе Рәшит Ниғмәти исемендәге Ырғыҙ мәктәбе директоры Нәзирә Дим ҡыҙы Манихова:

– Юбилей кисәһе бик теүәл итеп ойошторолған, барыһы ла урынында. Барыһы ла ысын йөрәктән һүҙ әйтте. Барыһы ла оҡшаны. Яҡташыбыҙ, ауылдашыбыҙ Фатима Мостафина өсөн ғорурлыҡ тойғоһо кисереп ултырҙым. Теләгем – гимназия сәскә атһын, телебеҙ йәшәһен. Киләһе йәйгә уларҙы ҡунаҡҡа саҡырҙым,. Һәҙиә Дәүләтшинаның, Рәшит Ниғмәтиҙең, Фатима Мостафинаның тыуған яҡтарына, Ырғыҙ башын күрергә барырға,  балалар менән көтөп ҡалабыҙ.

Белорет районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Зөлфиә Басир ҡыҙы Ғәлийәнова:

– Юбилей сараһын уҙғарыу уның мәртәбәһен арттыра. Теүәл биш йыл элек тә сара ошондай шарттарҙа үтте. Ул ваҡытта ла бихисап уҡытыусыларҙың хеҙмәтен билдәләнек. Шул ваҡытта гимназияның юбилейҙарын уҙғарып торорға килешкәйнек. Коллектив һүҙендә торҙо, матур үтте байрам. Сара һөҙөмтә генә яһамай, киләсәккә маҡсат та ҡуя. Үҫергә мөмкинлектәр арттыра. Ата-әсәләр ҙә, эшләп киткән директорҙар ҙа  яҡшы хәбәрҙәр килеп торһа, шатланабыҙ. Гел шулай маҡтаулы булһын, һәр ваҡытта халҡыбыҙҙың йөҙөк ҡашындай милли белем усағыбыҙ балҡып торһон.

Башҡортостан Республикаһының мәғариф министрлығы Милли мәғариф идаралығы етәксеһе, тарих фәндәре кандидаты  Морат Нил улы Ишемғолов:

– Ҙур баһа ҡуябыҙ, юғары кимәлдә үтте. Гимназияның киләсәгенә ҙур өмөттәр менән ҡарайбыҙ. Белем биреү заманса итеп ойошторолған. Башҡортостанда тыуған һәм йәшәгән кеше башҡорт телен өйрәнергә тейеш тип уйлайым. Был йәһәттән гимназия өҫтөнлөккә эйә.

Гөлназ ҠОТОЕВА.

Резеда Шәңгәрәева фотолары.

Беҙҙең МАХ каналына яҙылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan

Читайте нас