

Ҙур этнографик диктант – ул күңелһеҙ имтихан түгел, ә Рәсәй буйлап сәйәхәт итеү мөмкинлеге. Бында баһалар ҡуйылмай, сара бары тик бер-беребеҙгә яҡыныраҡ булырға һәм йолаларҙы аңларға ярҙам итә.
Сарала ҡатнашыусыларҙы ҡыҙыҡлы асыштар көтә: улар тарихтың иң ябай нәмәләрҙә нисек сағылғанын күрәсәк.
Мәҫәлән, Башҡортостанда йәшәүселәр айран, ҡаймаҡ, ҡатыҡ һәм эремсекте нимә бәйләүе хаҡында еңел генә яуап бирер, моғайын.
Форматы ябай: 45 минут ваҡытта варианттары булған тест һорауҙарына яуап биреү.
8 ноябргә тиклем онлайн йәки бөтә донъялағы мең майҙансыҡтың береһендә ҡушылырға мөмкин.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!