Белем һәм тәрбиә
11 Ноябрь 2025, 15:30

Химия һәм инженерия өлкәләрендә яңы башланғыстар тормошҡа ашырыла

БДМУ лабораторияһында эшләгән пептидлы синтезатор дарыуҙар эшләү өсөн яңы мөмкинлектәр аса. 

Химия һәм инженерия өлкәләрендә яңы башланғыстар тормошҡа ашырылаХимия һәм инженерия өлкәләрендә яңы башланғыстар тормошҡа ашырыла
Химия һәм инженерия өлкәләрендә яңы башланғыстар тормошҡа ашырыла

Өфөнөң вуз-ара кампусы резиденты пептидтар химияһы һәм биомолекуляр инженерия өлкәһендә инновациялар булдыра

Евразия ғилми-етештереү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусы базаһындағы Башҡорт дәүләт медицина университетының молекуляр гибридтары лабораторияһында медицина, химия, биология һәм биотехнология өсөн ғәмәли әһәмиәткә эйә булған пептидтар һәм биоконъюгаттар әҙерләнә. БДМУ лабораторияһында эшләгән пептидлы синтезатор дарыуҙар эшләү өсөн яңы мөмкинлектәр аса.

- БДМУ-ның ғилми лабораторияларында йәш ғалимдар һәм аспиранттар бөгөн һәм иртәгә Рәсәй баҙарына сығырға тейешле иң алдынғы молекулалар - ядро синтезы, хелатор, трейсерҙар синтезы технологияларын өйрәнә. Был беҙҙең университет өсөн бик көнүҙәк йүнәлеш, - ти Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының БДМУ ректоры, Рәсәй Фәндәр академияһы академигы, профессор Валентин Павлов.

Пептидтар бик күп функциялар һәм ҡулланыуҙар менән биомолекулаларҙың мөһим класынан ғибәрәт. Уларҙы синтезлауҙың заманса алымдары терапия сараларын әҙерләү өсөн яңы офоҡтар аса. «Өҫтөнлөк-2030» үҫеш программаһы ярҙамында университет заманса пептидлы синтезатор һатып алған.

- Башҡорт дәүләт медицина университетында беҙ, йәш ғалимдар, перспективалы ғилми-тикшеренеү проекттарҙы яңы инструментарий ярҙамында тормошҡа ашырыу мөмкинлегенә эйәбеҙ. Быға тиклем беҙҙең ғилми төркөмдәр башҡа төбәктәрҙәге, университеттарҙағы һәм илдәрҙәге ғилми лабораторияларға мөрәжәғәт итергә мәжбүр булды. Хәҙер быларҙың барыһын да үҙ майҙансығында эшләй алабыҙ, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды лаборатория етәксеһе Эмиль Яманһаров.

Белешмә

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Президент Владимир Путин ҡушыуы буйынса Рәсәйҙә заманса кампустар селтәре булдырыла. «Фән һәм университеттар» милли проекты ярҙамында 17 шундай студенттар ҡаласығын проектлау һәм төҙөү башланды. 2030 йылға кампустар һаны – 25-кә, ә 2036 йылға 40-ҡа етәсәк. 2025 йылдан заманса кампустар селтәрен булдырыу федераль проекты “Йәштәр һәм балалар” милли проекты ярҙамында тормошҡа ашырыла. Был эш РФ Хөкүмәте һәм Рәсәй Фән һәм юғары белем биреү министрлығы ҡатнашлығында ойошторола.

Өфө вуз-ара кампусы проекты – ул 4,3 мең кешегә иҫәпләнгән торлаҡ биналар, уҡыу комплекстары, лабораториялар, эшлекле зоналар, магазиндар, уңайлы скверҙар һәм башҡа уңайлы ҡала мөхите объекттары булған студенттар майҙансығы.

Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас