Белем һәм тәрбиә
12 Ноябрь 2025, 10:45

Андрей Назаров вуз-ара кампустың икенсе сираты төҙөлөшө барышын ҡараны

Башҡортостан – заманса кампустар селтәрен булдырыу буйынса федераль проект тормошҡа ашырылған Рәсәйҙең пилот төбәктәренең береһе.

Андрей Назаров вуз-ара кампустың икенсе сираты төҙөлөшө барышын ҡараныАндрей Назаров вуз-ара кампустың икенсе сираты төҙөлөшө барышын ҡараны
Андрей Назаров вуз-ара кампустың икенсе сираты төҙөлөшө барышын ҡараны

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Өфө вуз-ара кампусының II сираты төҙөлөшө майҙансығында булды һәм ҙур объектта эштәр барышы менән танышты. Әлеге ваҡытта бетон әҙерлек ҡоролмаһы һәм бөтә биналарға нигеҙ буласаҡ монолит плитаһын бетонлау башҡарылған. Стеналарҙы һәм колонналарҙы бетонлау һәм арматуралау дауам итә, Гамма-2 башняһы өсөн ҡаплау плитаһын арматуралау, стилобат өлөшөндәге ҡыйыҡты монтажлау, һауа үткәргестәрҙе, йылытыу торбаларын, һыуыҡ менән тәьмин итеү эштәре алып барыла.

- Кампус төҙөлөшө менән бәйле барлыҡ мәсьәләләрҙе лә айырым контролдә тотабыҙ, сөнки бындай күләмле проектты тормошҡа ашырыу Башҡортостанды халыҡ өсөн иң уңайлы төбәк итеү буйынса төп бурысыбыҙға яуап бирә. Кампус меңәрләгән студентҡа лайыҡлы шарттарҙа белем алырға, ә һуңынан үҙҙәрен квалификациялы белгес булараҡ күрһәтергә мөмкинлек бирәсәк, - тине Андрей Назаров.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Президент Владимир Путин ҡушыуы буйынса Рәсәйҙә заманса кампустар селтәре булдырыла. 2030 йылға илдә 25 кампустан торған йондоҙлоҡ барлыҡҡа килергә тейеш. Был йүнәлештәге эште Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте һәм Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығы алып бара. Әлеге ваҡытта «Йәштәр һәм балалар» милли проекты ярҙамында ошондай 24 студент ҡаласығы проектлана һәм төҙөлә. 2036 йылға кампустар һаны 40-ҡа етәсәк.

Башҡортостан – заманса кампустар селтәрен булдырыу буйынса федераль проект тормошҡа ашырылған Рәсәйҙең пилот төбәктәренең береһе. Өфөләге Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусының беренсе сираты 2024 йылдың февралендә асылды.

Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/news/27814/

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ! 

 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас