

Өфө вуз-ара студенттар кампусында Евразия ғилми-белем биреү үҙәге ғалимдары интеллектуаль видеокүҙәтеү системалары өсөн юғары етештереүсәнлекле платформа булдырыу буйынса тәжрибә-конструкторлыҡ эштәре этабын уңышлы тамамланы. «Полигон» фәнни-производство предприятиеһы» акционерҙар йәмғиәтенең индустриаль партнеры менән берлектә алып барылған был асыш «аҡыллы ҡала» инфраструктураһының төп элементы - видеомәғлүмәттәр йыйыу һәм эшкәртеүҙең үҙәкләштерелгән системаһын булдырыуға йүнәлтелгән.
Эштәр донъя кимәлендәге Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусы лабораторияһында алып барыла һәм сымһыҙ элемтә каналдарының тотороҡлолоғон арттырыу, һығылмалы антенналар әҙерләү, селтәрҙәрҙе файҙаланыуҙың максималь ышаныслылығын тәьмин итеү кеүек ғәмәли мәсьәләләрҙе хәл итеүгә йүнәлтелгән.
- Һанлаштырыуҙы ҡала мөхитенә индереү халыҡтың именлеген һәм уңайлылығын тәьмин итергә ярҙам итә, хеҙмәттәр менән тәьмин итеүселәр һәм ҡулланыусылар араһында иҫәп-хисаптың асыҡлығын арттыра, ойошмаларҙың эксплуатация сығымдарын кәметә. Шул уҡ ваҡытта мәғлүмәт менән алмашыу аралашсыһыҙ тормошҡа ашырыла, был средстволарҙы экономиялай һәм мәғлүмәттәрҙең объективлығын арттыра, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды БР торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованова. - Ғалимдарыбыҙҙың, тормоштоң төрлө өлкәләрен «аҡыллы» технологиялар менән байытыуы, ҡала мөхитен алға этәреүе ҡыуандыра.
Белешмә
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Президент Владимир Путин ҡушыуы буйынса Рәсәйҙә заманса кампустар селтәре булдырыла. «Фән һәм университеттар» милли проекты ярҙамында 17 шундай студенттар ҡаласығын проектлау һәм төҙөү башланды. 2030 йылға кампустар һаны – 25-кә, ә 2036 йылға 40-ҡа етәсәк. 2025 йылдан заманса кампустар селтәрен булдырыу федераль проекты “Йәштәр һәм балалар” милли проекты ярҙамында тормошҡа ашырыла. Был эш РФ Хөкүмәте һәм Рәсәй Фән һәм юғары белем биреү министрлығы ҡатнашлығында ойошторола.
Өфө вуз-ара кампусы проекты – ул 4,3 мең кешегә иҫәпләнгән торлаҡ биналар, уҡыу комплекстары, лабораториялар, эшлекле зоналар, магазиндар, уңайлы скверҙар һәм башҡа уңайлы ҡала мөхите объекттары булған студенттар майҙансығы.
Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!