Белем һәм тәрбиә
14 Ноябрь 2025, 14:15

Был студенттар дипломһыҙ ҙа эшләй аласаҡ

Яңы йүнәлеш үҙенсәлекле күнекмәләр менән белгестәр әҙерләргә һәм төрлө тармаҡтарҙа кадрҙарға ҡытлыҡты оператив ябырға ярҙам итәсәк. Программа аҙ ваҡытты ала, әммә кәрәкле белем бирә һәм карьера үҫеше өсөн кәрәкле сертификат менән раҫлана.

Был студенттар дипломһыҙ ҙа эшләй аласаҡБыл студенттар дипломһыҙ ҙа эшләй аласаҡ
Был студенттар дипломһыҙ ҙа эшләй аласаҡ

Өфө фән һәм технологиялар университеты илдә беренселәрҙән булып студенттар өсөн техник компетенциялар буйынса микроквалификация программаһын бойомға ашыра башланы. Микроквалификация – Рәсәйҙә белем биреүҙә яңы йүнәлеш, ул үҙенсәлекле күнекмәләр менән белгестәр әҙерләргә һәм төрлө тармаҡтарҙа кадрҙарға ҡытлыҡты оператив ябырға ярҙам итәсәк. Программа аҙ ваҡытты ала, әммә кәрәкле белем бирә һәм карьера үҫеше өсөн кәрәкле сертификат менән раҫлана.

Инновациялы уҡытыу форматы юғары белем тураһында дипломһыҙ эшләй алған студенттарҙы хеҙмәт баҙарына сығарасаҡ.

- Яңы технологиялар индереү менән предприятиелар тар профилле производство сегменттарында белем һәм тәжрибә етмәүгә йышыраҡ осрай. Уларҙы тулыландырыуҙа микроквалификация үткән студенттар һәм сығарылыш уҡыусылары ярҙам итәсәк. Бынан тыш, юғары уҡыу йортонда уңышлы тормошҡа ашырылған программаны индустриаль партнерҙарҙың уҡытыу үҙәктәре өсөн киң ҡулланырға мөмкин, - тип билдәләне БР Фән һәм юғары белем буйынса дәүләт комитеты рәйесе Светлана Мостафина.

Әле Өфө фән һәм технологиялар университетының машиналар эшләү технологияһы кафедраһында «Эшкәртеүҙең электрохимик һәм электрофизик алымдарын ҡулланып, машиналар эшләүҙең ябай изделиеларының технологик процестары элементтарын эшкәртеү» микроквалификацияһын Мәскәү, Яр Саллы, Санкт-Петербург, Силәбе ҡалалары студенттары ала.

Белешмә:

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Президент Владимир Путин ҡушыуы буйынса Рәсәйҙә заманса кампустар селтәре булдырыла. «Фән һәм университеттар» милли проекты ярҙамында 17 шундай студенттар ҡаласығын проектлау һәм төҙөү башланды. 2030 йылға кампустар һаны – 25-кә, ә 2036 йылға 40-ҡа етәсәк. 2025 йылдан заманса кампустар селтәрен булдырыу федераль проекты “Йәштәр һәм балалар” милли проекты ярҙамында тормошҡа ашырыла. Был эш РФ Хөкүмәте һәм Рәсәй Фән һәм юғары белем биреү министрлығы ҡатнашлығында ойошторола.

Өфө вуз-ара кампусы проекты – ул 4,3 мең кешегә иҫәпләнгән торлаҡ биналар, уҡыу комплекстары, лабораториялар, эшлекле зоналар, магазиндар, уңайлы скверҙар һәм башҡа уңайлы ҡала мөхите объекттары булған студенттар майҙансығы.

Сығанаҡ: https://campusufa.ru

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас