Белем һәм тәрбиә
14 Ноябрь 2025, 16:00

Бында Урал батыр васыяттарына тоғро йәштәр белем ала

Өфө университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетында “Урал батыр мәктәбе” ағзаларына таныҡлыҡ тапшырыу тантанаһы үтте. 

Бында Урал батыр васыяттарына тоғро йәштәр белем алаБында Урал батыр васыяттарына тоғро йәштәр белем ала
Бында Урал батыр васыяттарына тоғро йәштәр белем ала

Бөгөн, 14 ноябрҙә, Өфө дәүләт фән технологиялар университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетында “Урал батыр мәктәбе” ағзаларына таныҡлыҡ тапшырыу тантанаһы үтте. Ойошманың старостаһы, 2-се курс студенты Ғәлиева Регина мәктәптең ни өсөн тап шул исемде йөрөтөүе хаҡында, маҡсаты, бурыстары тураһында һөйләне.

Факультет деканы Гөлфирә Абдуллина “Урал батыр мәктәбе”нең тап ошо факультетта асылыуының сәбәбен атап үтте:

– Беҙҙә “Урал батыр” эпосын яттан һөйләүселәрҙең төбәк-ара конкурсында төрлө этаптарҙа еңеүселәрҙең, Гран-при яулаусыларҙың күпселеге уҡый. Шулай уҡ беҙҙә республика һәм күрше өлкәләрҙән килгәндәрҙең иң шәптәре белем ала. Уларға үҙҙәренең таланттарын ошо мәктәптә тағы ла нығыраҡ үҫтереү өсөн киң мөмкинлектәр асыла, – тип билдәләне Гөлфирә Риф ҡыҙы.

Сарала 1-се курстан алып 4-се курсҡа тиклемге студенттар ҡатнашты. Тыуған ил, туған тел, тыуған ер тураһында ватансыллыҡ хистәре менән һуғарылған шиғырҙар юғары тасуири көс менән яңғыраны, мәшһүр эпосыбыҙҙан иң сағыу күренештәр сәхнәләштерелде. Тамашасылар студенттарҙың сығышын яратып, һоҡланып ҡараны, дәррәү алҡышланы.

Мәктәпкә – уңыштар, илһамлы ижад, ә факультет студенттарына Урал батыр васыяттарына тоғро булып йәшәүҙәрен теләйбеҙ.

Сығанаҡ: https://vk.com/public187735536 

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

Бында Урал батыр васыяттарына тоғро йәштәр белем ала
Бында Урал батыр васыяттарына тоғро йәштәр белем ала
Бында Урал батыр васыяттарына тоғро йәштәр белем ала
Бында Урал батыр васыяттарына тоғро йәштәр белем ала
Бында Урал батыр васыяттарына тоғро йәштәр белем ала
Бында Урал батыр васыяттарына тоғро йәштәр белем ала
Бында Урал батыр васыяттарына тоғро йәштәр белем ала
Бында Урал батыр васыяттарына тоғро йәштәр белем ала
Бында Урал батыр васыяттарына тоғро йәштәр белем ала
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас