

Мәскәүгә «Башҡортостандан һөйөү менән» тигән ылау ойошторолдо. Илебеҙҙең баш ҡалаһында белем алған студенттарға һәм аспиранттарға ата-әсәләрҙән 100-ҙән ашыу посылка алып килгәндәр.
Был проект – әйбер алып килеп тапшырыу ғына түгел. Ул – быуындар бәйләнешен күрһәткән, өйҙән алыҫта булһаң да, кесе Ватаның менән йылы бәйләнештәрҙе һаҡларға ярҙам иткән матур күренеш.
Акцияны студенттарҙың үтенесе буйынса һәм Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың ярҙамы менән башлап ебәрҙеләр. Бындай ылауҙар уҡыу йылы барышында кәм тигәндә өс тапҡыр ойоштороласаҡ: ноябрь байрамдарынан, ҡышҡы каникулдарҙан һуң һәм йәйге сессия башланыр алдынан.
Фотолар: Башҡортостандың Мәскәүҙәге вәкиллегенән.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!