Белем һәм тәрбиә
19 Ноябрь 2025, 16:15

Иң яҡшы ижади башланғыстарҙы эҙләйҙәр

ИҒТИБАР! Башҡортостанда креатив индустрия өлкәһендә республика премияһына ғаризалар ҡабул ителә башланы. 

Иң яҡшы ижади башланғыстарҙы эҙләйҙәрИң яҡшы ижади башланғыстарҙы эҙләйҙәр
Иң яҡшы ижади башланғыстарҙы эҙләйҙәр

Башҡортостанда креатив индустрия өлкәһендә республика премияһына ғаризалар ҡабул ителә башланы. Уның маҡсаты – төбәктең ижади мөхитен үҫтергән иң яҡшы идеяларҙы, проекттарҙы һәм командаларҙы табыу һәм уларға ярҙам итеү.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хәбәр иткәнсә, конкурс креатив иҡтисад үҫешен дәртләндереүгә йүнәлтелгән. Сарала ҡатнашыуға архитектура, дизайн, мода, гастрономия, медиа һәм башҡа өлкә белгестәре саҡырыла.

Ғаризаны 23 ноябргә тиклем махсус форма аша бирергә мөмкин. Бәйгеселәр өсөн «Креатив продукт», «Йыл ваҡиғаһы», «Креатив биләмә» һәм башҡа номинациялар әҙерләнгән. Тулыраҡ мәғлүмәт – премияның рәсми сайтында.

Ойоштороусыһы – БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы.

Сығанаҡ: https://mgazeta.com/news/novosti/2025-11-18/tvorcheskiy-proryv-v-bashkirii-ischut-luchshie-kreativnye-proekty-4471923

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ! 

Автор фотоһы. 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас