

Өфөлә «Хәҙерге филология: проблемалар һәм перспективалар» халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияһы үтте. Уны БР Фәндәр академияһының Стратегик тикшеренеүҙәр институты ойошторҙо. Башҡортостандың күренекле ғалим-филологтарының юбилейҙарына: Башҡортостан Фәндәр академияһы академиктары З.Ғ. Ураҡсиндың һәм М.В. Зәйнуллиндың тыуыуына – 90 йыл, Башҡортостан Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты Ф.Ғ. Хисаметдинованың тыуыуына 75 йыл тулыуға арналған ғилми конференцияла ҡатнашыусылар ғалимдарҙың башҡорт филологияһы үҫешенә индергән ҙур өлөшөн билдәләне.
Сара сиктәрендә түңәрәк өҫтәл ойошторолдо, хәҙерге заман филологияһы мәсьәләләре, лингвокультурологияны, фольклорҙы үҫтереү проблемалары һәм перспективалары һ.б. тикшерелде. Башҡортостан Фәндәр академияһы Башҡорт энциклопедияһы институтының ғилми мөхәррире Р.К. Вәхитова «Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының телдәре тураһында» БР Законы сиктәрендә ғалимдарҙың республика халыҡтарының телдәрен һаҡлау, өйрәнеү һәм үҫтереү дәүләт программаһын әҙерләүгә һәм тормошҡа ашырыуға индергән өлөшө, шулай уҡ Башҡортостан ҡалаларының һәм полиэтник райондарының хәҙерге ижтимағи киңлегендә лингвистика проблемалары тураһында һөйләне.