Белем һәм тәрбиә
21 Ноябрь 2025, 13:15

"Күп балалы булыу – бәхет"

Гәзитебеҙҙең "Бәйләнештә" төркөмөндә Әсәләр көнөнә арналған "Әсә күңеле - ҡояш йылыһы" тип аталған конкурста Көйөргәҙе районынан Фаягөл Абдуллина ҡатнаша. Тауыш бирергә онотмағыҙ, дуҫтар!

"Күп балалы булыу – бәхет""Күп балалы булыу – бәхет"
"Күп балалы булыу – бәхет"

Көйөргәҙе районы Ермолаевка ауылында Фаягөл һәм Илгиз Абдуллиндар - ун бер балаға атай һәм әсәй.

Дүрт малай һәм ете ҡыҙға ғүмер бүләк иткән 42 йәшлек ханым ике ейәнсәргә һәм бер ейәнгә өләсәй булыу бәхетенә лә ирешкән. “Өс улым өйләнеп, үҙаллы донъя көтә.  Дүртенсе ҡыҙым себер тарафында эшләй, бишенсе ҡыҙым - Өфөлә, алтынсыһы  Стәрлетамаҡта юғары белем ала, ҡалғандары мәктәп юлын тапай. Үҙем өс айлыҡ кинйә ҡыҙым менән  декрет ялында. Ғаиләлә мөхәббәт, йылылыҡ  булһа, йәшәүе лә күңелле, тормоштоң ваҡ-төйәк  мәшәҡәте лә һиҙелмәй. Балаларыбыҙ – тормош йәме. Балаларыма, тормош иптәшемә кәрәкле булып тойоп йәшәүем  - ҙур бәхет ”, - ти ханым.

Һәр әсә балаларының бәхетле, имен булыуы, төплө белем алып, был тормошта үҙ урынын табыуын теләй.  Балаларығыҙҙың игелеген күреп, бәхетле тормошта йәшәргә яҙһын, тип теләйбеҙ беҙ ҙә Фаягөл Абдуллинаға.

Фото шәхси архивтан.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

"Күп балалы булыу – бәхет"
"Күп балалы булыу – бәхет"
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас