Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
26 Ноябрь 2025, 11:15

5 миллион һум отҡандар

Конкурсҡа документтарын иң һуңғы көндә генә тапшырғандар 

5 миллион һум отҡандар
5 миллион һум отҡандар

Вуз-ара кампус резиденты – Өфө дәүләт нефть техник университеты ғалимдарының проекты «Старт-1» инновацияларға булышлыҡ итеү фонды конкурсында еңеп сыҡты. Уны тормошҡа ашырыу өсөн 5 миллион һумлыҡ грант бүленгән.

- Ғалимдарыбыҙҙың «Старт-1» конкурсында еңеүе – Башҡортостанда заманса фәнни экосистема булдырыуҙың һөҙөмтәһе ул. Өфө тикшеренеүселәренең эше нефть табыуҙың тәғәйен технологик мәсьәләһен хәл итеп кенә ҡалмай, бөтә тармаҡ өсөн яңы һөҙөмтәлелек стандарты ла бирә, - тип иҫәпләй Башҡортостан Республикаһының Фән һәм юғары белем буйынса дәүләт комитеты рәйесе Светлана Мостафина.

Проект өҫтөндә уникаль мультидисциплина командаһы: химиктар (Өфө дәүләт нефть техник университетының Нефть промыслаһы химияһы лабораторияһы хеҙмәткәрҙәре), инженерҙар һәм тикшеренеүҙәр тәжрибәһе булған белгестәр эшләне.

Проектты тормошҡа ашырыу ҡатламдарҙың нефть биреүсәнлеген 15-25 процентҡа арттырырға һәм ятҡылыҡтарҙы эшкәртеүҙең иҡтисади һөҙөмтәлелеген күтәрергә мөмкинлек бирәсәк, ти ғалимдар.

Шуныһы ҡыҙыҡ: улар «СТАРТ-1» конкурсына «Бразилия системаһы» буйынса, йәғни һуңғы көндә генә документтар тапшырған.

- Грант алыу өсөн, беренсенән, яҡшы идея, ҡыҙыҡлы йүнәлеш кәрәк. Икенсенән, проектты ғына түгел, шулай уҡ заявка тултырыуҙы ла еңеп сыға алған тәжрибәле ғалимдар булыуы шарт (беҙҙең командала барыһы ла – фән кандидаттары). Бынан тыш, беҙгә Инновацияларға булышлыҡ итеү үҙәге белгестәре документация тултырыу менән ярҙам итте. Йәғни грант конкурсында еңеү өсөн идея, тәжрибә, ярҙам, ә иң мөһиме – теләк булыуы мөһим, – тип йомғаҡ яһаны проект етәксеһе, Өфө дәүләт нефть техник университеты доценты Денис Кашапов.

Белешмә

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Президент Владимир Путин ҡушыуы буйынса Рәсәйҙә заманса кампустар селтәре булдырыла. «Фән һәм университеттар» милли проекты ярҙамында 17 шундай студенттар ҡаласығын проектлау һәм төҙөү башланды. 2030 йылға кампустар һаны – 25-кә, ә 2036 йылға 40-ҡа етәсәк. 2025 йылдан заманса кампустар селтәрен булдырыу федераль проекты “Йәштәр һәм балалар” милли проекты ярҙамында тормошҡа ашырыла. Был эш РФ Хөкүмәте һәм Рәсәй Фән һәм юғары белем биреү министрлығы ҡатнашлығында ойошторола.

Өфө вуз-ара кампусы проекты – ул 4,3 мең кешегә иҫәпләнгән торлаҡ биналар, уҡыу комплекстары, лабораториялар, эшлекле зоналар, магазиндар, уңайлы скверҙар һәм башҡа уңайлы ҡала мөхите объекттары булған студенттар майҙансығы.

Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас