Йыл һайын үткәрелгән конференцияны Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара кампусы резиденты – Өфө дәүләт нефть техник университеты ойошторҙо.
Быйыл конференция өс этапта үтте һәм иретеп йәбештереү буйынса алдынғы белгестәрҙең, тикшереүҙәр менән шөғөлләнеүсе ғилми хеҙмәткәрҙәрҙең һәм юғары уҡыу йорттары студенттарының үҙ-ара хеҙмәттәшлеген үҙ эсенә алды.
Беренсе этап “Роснефть” компанияһының төп иретеп йәбештереүселәрен кәңәшмә форматында иретеп йәбештереү өлкәһендә норматив документтарҙы актуалләштереү, нефть заводы ҡорамалдарын ремотлауҙың инновацион алымдарын эшләү, иретеп йәбештереү производствоһын аттестациялау һәм модернизациялау кеүек мәсьәләләргә арналды. Икенсе этап Рәсәй сәнәғәт форумы сиктәрендә үтте: секцияларҙа киләсәктә тармаҡты үҫтереү векторын формалаштырасаҡ перспективалы технологиялар һәм процестар ҡаралды.
Конференцияның өсөнсө этабы юғары инженер-иретеп йәбештереү белемен формалаштырыу нигеҙҙәре булараҡ етештереү һәм тикшеренеү мәсьәләләрен синтезлауға арналды. Төп иғтибар иретеп йәбештереү йүнәлешендә белем алған студенттарҙы профессиональ идентификациялауға йүнәлтелде.
Иретеп йәбештереү эштәрен үткәреүҙең бөтә этаптарын регламентлаусы норматив документтарҙың киң исемлеге булғанда, тармаҡта тикшеренеүҙәр һәм яңы эшләнмәләр өсөн бик күп мәсьәләләр бар. Фекер алышыу майҙансыҡтарында иретеп йәбештереүҙә теге йәки был белемде нормалаштырыу этаптарының мөһим мәсьәләләре тикшерелде.
Белешмә
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Президент Владимир Путин ҡушыуы буйынса Рәсәйҙә заманса кампустар селтәре булдырыла. «Фән һәм университеттар» милли проекты ярҙамында 17 шундай студенттар ҡаласығын проектлау һәм төҙөү башланды. 2030 йылға кампустар һаны – 25-кә, ә 2036 йылға 40-ҡа етәсәк. 2025 йылдан заманса кампустар селтәрен булдырыу федераль проекты “Йәштәр һәм балалар” милли проекты ярҙамында тормошҡа ашырыла. Был эш РФ Хөкүмәте һәм Рәсәй Фән һәм юғары белем биреү министрлығы ҡатнашлығында ойошторола.
Өфө вуз-ара кампусы проекты – ул 4,3 мең кешегә иҫәпләнгән торлаҡ биналар, уҡыу комплекстары, лабораториялар, эшлекле зоналар, магазиндар, уңайлы скверҙар һәм башҡа уңайлы ҡала мөхите объекттары булған студенттар майҙансығы.
Сығанаҡ: campusufa.ru
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!