Өфөнөң вуз-ара кампусында мода индустрияһы белгестәре өсөн Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһы үтте.
27 ноябрҙә «Мода индустрияһында традициялар һәм инновацион процестар» Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһы туғыҙынсы тапҡыр костюм дизайны, туҡыу технологиялары, ритейл, маркетинг һәм башҡа яҡын өлкәләр кеүек темаларға арналған мода индустрияһын үҫтереү мәсьәләләрен күтәрҙе һәм әүҙем тикшерҙе.
Конференцияла Гатчина дәүләт университеты, Санкт-Петербург дәүләт сәнәғәт технологиялары һәм дизайн университеты, А.Н. Косыгин исемендәге Рәсәй дәүләт университеты (Мәскәү), Хеҙмәтләндереү һәм эшҡыуарлыҡ өлкәһе институты (Шахты), Ҡазан милли тикшеренеү технология университеты, Дон дәүләт технология университетының Технология институты (Ставрополь), Көньяҡ-көнбайыш дәүләт университеты (Курск), Амур дәүләт университеты (Благовещенск) ҡатнашты. Юғары уҡыу йорттары вәкилдәре офлайн һәм онлайн сығыш яһаны, мода индустрияһының төрлө өлкәләрендәге ғилми тикшеренеүҙәре менән таныштырҙы.
Конференция материалдары Рәсәй фәнни цитаталар индексы мәҡәләләренең электрон йыйынтығына индерелә. Улар практик ҡулланыу һәм производствоға индерелеүү мөмкинлеген ала.
Конференцияны ойоштороусылар-Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте, БР Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрлығы һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты.
БЕЛЕШМӘ:
Евразия Фәнни-белем биреү үҙәгенең юғары уҡыу йорттары араһындағы студенттар кампусы Рәсәй Президенты ҡушыуы буйынса һәм Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығының «Фән һәм университеттар» милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә төҙөлә. Өфө кампусы проекты - 4,3 мең кешегә иҫәпләнгән торлаҡ биналары, уҡыу-ғилми комплексы, лабораториялары, эшлекле зоналары, магазиндары, уңайлы скверҙары һәм башҡа уңайлы ҡала мөхите объекттары булған студенттар өсөн урын. 2030 йылға илдә 25 кампустан торған селтәр барлыҡҡа килергә тейеш. Был йүнәлеш буйынса эште РФ Хөкүмәте һәм Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығы алып бара. Әлеге ваҡытта “Йәштәр һәм балалар” милли проекты ярҙамында 24 ошондай студент ҡаласығы проектлана һәм төҙөлә. 2036 йылға кампустар һаны 40-ҡа тиклем артасаҡ.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!
Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/27924/