Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
28 Ноябрь 2025, 16:00

Әсәнең балаһын үбеүе татлы ғына түгел, файҙалы ла икән

Нимәһе менән файҙалы һуң баланың организмына уны һәр ваҡыт үбеп, яратып тороу?

Әсәнең балаһын үбеүе татлы ғына түгел, файҙалы ла икән
Әсәнең балаһын үбеүе татлы ғына түгел, файҙалы ла икән

Ҡайһы бер ата-әсәләр сабыйҙарын һәр ваҡыт яратып-үбеп кенә торһа, ҡайһылары, артыҡ иркәләргә ярамай, тип бынан тыйылырға тырыша. Әммә балалар ата-әсә наҙын етерлек алып үҫергә тейеш, ти белгестәр.

Баҡтиһәң, ата-әсәнең үбеүе баланың мейеһенә яҡшы йоғонто яһай, бәхет гормондарын бүлә икән. Ҡосаҡлап яратыуҙар, үбеүҙәр баланың артабанғы бәхетле тормошона нигеҙ һала. Ә инде яҡындарының һөйөүен етерлек кимәлдә тоймаған малай-ҡыҙҙарҙың үҙ баһаһы түбән була, улар үҙҙәренең тойғоларын белдерә белмәй.

Ҡайһы берәүҙәр ҡыҙҙарын үбеп-һөйөп торһалар ҙа, 5-7 йәшлек малайҙарын иркәләргә ҡурҡалар. Йәнәһе, ир-егет наҙлы булып үҫмәһен. Киреһенсә, быны йышыраҡ эшләгеҙ. Киләсәктә улығыҙ ярата һәм был матур тойғоно яҡындарына бирә беләсәк.

Шуға күрә, һөйөүегеҙҙе йәлләмәгеҙ, ата-әсәләр!

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

Автор: Эльнара Шаймарҙанова
Читайте нас