Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
1 Декабрь 2025, 11:20

Өфөнөң вуз-ара кампусы Алтай крайы делегацияһын ҡабул итте

Алтай крайы вице-премьеры Александр Лукьянов Башҡортостанға сәфәре барышында Өфө вуз-ара кампусының уникаль моделе менән танышты.

Өфөнөң вуз-ара кампусы Алтай крайы делегацияһын ҡабул итте
Өфөнөң вуз-ара кампусы Алтай крайы делегацияһын ҡабул итте

Бында бер ҡыйыҡ аҫтында фән, мәғариф һәм юғары технологиялы тармаҡ предприятиелары берләшкән.

Ҡунаҡҡа кампустың беренсе ҡатындағы күргәҙмәләр, осрашыуҙар, студенттар форумдары даими уҙғарылған асыҡ йәмәғәт зонаһында күрһәттеләр. Бында кампустың рәсми булмаған маскоты булып киткән студенттар һәм резиденттар яратҡан айыу-арт-объекты ла урынлашҡан.

Делегация медицина блогына, 3d-моделләштереү лабораторияһына барҙы, унда белгестәр принтерҙа баҫылған быуындарҙы күрһәтте һәм кеше һөйәге структураһына мөмкин тиклем яҡын булған материалдарҙан шәхсән импланттар эшләү технологияһы хаҡында һөйләне. Башҡа эш йүнәлештәре лә күрһәтелде - «Берлога» уйыны нигеҙендә программалауҙы өйрәтеү, ауыл хужалығы өлкәһендә тикшеренеүҙәр, шулай уҡ нефть һәм газ тармағындағы эшләнмәләр.

Вице-премьер вуз-ара кампус резиденттарының береһе булған Башҡорт дәүләт аграр университеты лабораторияларына айырыуса иғтибар бүлде. Башҡорт дәүләт аграр университеты ла, Алтай аграр университеты ла юғары уҡыу йорттарына корпустарҙы һәм ятаҡтарҙы яңыртыуға ярҙам алырға мөмкинлек биргән «Агросәнәғәт комплексы кадрҙары» федераль программаһында ҡатнаша, тип билдәләне ул.

БЕЛЕШМӘ. 

2022 йылдан Рәсәйҙә Фән һәм технологиялар ун йыллығы инициативаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә фәнни-популяр йүнәлештәге 80-дән ашыу маршрут әҙерләнгән һәм эшләй башлаған. Турҙар мәктәп уҡыусыларынан алып өлкәндәргә тиклем киң аудитория өсөн хәҙерге фән ҡаҙаныштары, төбәктең тәбиғи һәм мәҙәни мираҫы менән фәнни белем призмаһы аша танышыу өсөн уникаль мөмкинлек аса.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Президент Владимир Путин ҡушыуы буйынса Рәсәйҙә заманса кампустар селтәре булдырыла. 2030 йылға илдә 25 кампустан торған селтәр барлыҡҡа килергә тейеш. Был йүнәлеш буйынса эште Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте һәм Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығы алып бара. Әлеге ваҡытта «Йәштәр һәм балалар» милли проекты ярҙамында 24 ошондай студент ҡаласығы проектлана һәм төҙөлә. 2036 йылға кампустар һаны 40-ҡа тиклем артасаҡ.

Башҡортостан заманса кампустар селтәрен булдырыу буйынса федераль проект тормошҡа ашырылған Рәсәйҙең пилот төбәктәренең береһе булды. Өфөлә Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусының беренсе сираты 2024 йылдың февралендә асылды.

Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/27933/

Өфөнөң вуз-ара кампусы Алтай крайы делегацияһын ҡабул итте
Өфөнөң вуз-ара кампусы Алтай крайы делегацияһын ҡабул итте
Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас