Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
1 Декабрь 2025, 11:00

Өфөнөң вуз-ара кампусында ғаләмдә йәшәү эҙен эҙләү хаҡында лекция булды

Вуз-ара студенттар кампусында Фән айлығы сиктәрендә билдәле Рәсәй астрономы, физика-математика фәндәре кандидаты Владимир Сурдиндың лекцияһы үтте.

Өфөнөң вуз-ара кампусында ғаләмдә йәшәү эҙен эҙләү хаҡында лекция булды
Өфөнөң вуз-ара кампусында ғаләмдә йәшәү эҙен эҙләү хаҡында лекция булды

«Милмакс Сайнс» проекты спикеры тамашасыларға кешелектең ерҙән ситтәге тормошто эҙләүе һәм уның эҙҙәрен табыуға яҡын булыуыбыҙ тураһында һөйләне.

Владимир Сурдин - илдә астрономияны популярлаштырыусыларҙың береһе, «Ерҙән тыш подкаст» авторы, Мәскәү дәүләт университетының Штернберг исемендәге дәүләт астрономия институты вәкиле. Уның лекциялары тулы зал йыя: студенттар, уҡыусылар, уҡытыусылар һәм йәш тикшеренеүселәр экзопланеталар, хәҙерге телескоптар һәм тормоштоң барлыҡҡа килеү гипотезалары тураһында тыңларға килә.

Лекция тыңлаусылар менән йәнле диалог тыуҙырҙы, 28 октябрҙән Вуз-ара кампуста барған һәм төбәктең алдынғы юғары уҡыу йорттарын һәм ғилми үҙәктәрен берләштергән Фән айының сағыу финишы булды. Ноябрҙә бында тиҫтәләгән лекциялар, оҫталыҡ дәрестәре, форумдар һәм кино күрһәтеүҙәр үтте. Төрлө маҡсатлы аудиториялар өсөн бөтәһе 47 сара ойошторолған.

БЕЛЕШМӘ. 

2022 йылдан Рәсәйҙә Фән һәм технологиялар ун йыллығы инициативаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә фәнни-популяр йүнәлештәге 80-дән ашыу маршрут әҙерләнгән һәм эшләй башлаған. Турҙар мәктәп уҡыусыларынан алып өлкәндәргә тиклем киң аудитория өсөн хәҙерге фән ҡаҙаныштары, төбәктең тәбиғи һәм мәҙәни мираҫы менән фәнни белем призмаһы аша танышыу өсөн уникаль мөмкинлек аса.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Президент Владимир Путин ҡушыуы буйынса Рәсәйҙә заманса кампустар селтәре булдырыла. 2030 йылға илдә 25 кампустан торған селтәр барлыҡҡа килергә тейеш. Был йүнәлеш буйынса эште Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте һәм Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығы алып бара. Әлеге ваҡытта «Йәштәр һәм балалар» милли проекты ярҙамында 24 ошондай студент ҡаласығы проектлана һәм төҙөлә. 2036 йылға кампустар һаны 40-ҡа тиклем артасаҡ.

Башҡортостан заманса кампустар селтәрен булдырыу буйынса федераль проект тормошҡа ашырылған Рәсәйҙең пилот төбәктәренең береһе булды. Өфөлә Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусының беренсе сираты 2024 йылдың февралендә асылды.

Сығанаҡ: https://campusufa.ru/news/1607

Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас