Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
4 Декабрь 2025, 23:15

Студенттар яңы асыштарға ынтыла

Улар "Робот-үрмәксе" йыйылмаһын әҙерләгән һәм бының менән генә туҡтап ҡалырға йыйынмайҙар 

Студенттар яңы асыштарға ынтыла
Студенттар яңы асыштарға ынтыла

Өфө дәүләт нефть техник университетының Евразия политехник мәктәбе студенттары робот техникаһы лаборатория ҡулайламаһының прототибын һәм уникаль «Робот-үрмәксе» йыйылмаһын әҙерләгән. Был эшмәкәрлек вуз-ара студенттар кампусының робот техникаһы лабораторияһында алып барылған. Яңы робот техникаһы системалары программалауҙы, электротехниканы, электрониканы һәм механика нигеҙҙәрен практикала өйрәнергә мөмкинлек бирә. Уҡыу процесында асыштарҙы ҡулланыуҙың уйланылған сценарийҙары ярҙамында студенттар яңы методик база булдыра алды. Проект «Йәштәр һәм балалар» милли проектының «Өҫтөнлөк-2030» программаһы сиктәрендә тормошҡа ашырылған.

– Был – уңышлы студент проекты ғына түгел, ә инновациялы продукттың барлыҡҡа килеүе лә ул. Өфө дәүләт нефть техник университеты студенттары, баҙарҙа лайыҡлы өлгөләр тапмайынса, үҙҙәренекен булдырҙы һәм улар хәҙер белем биреү робот техникаһында яңы стандарттар тәҡдим итергә әҙер. Проблеманы күреү һәм уны хәл итеү өсөн әҙер продуктҡа еткерелгән технологик ҡарар таба белеү – ул иң ҡиммәтле компетенция, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостан Республикаһының Фән һәм юғары белем биреү буйынса дәүләт комитеты рәйесе Светлана Мостафина.

Студенттар йыйылманы «Робот техникаһы системаларын төҙөү» дисциплинаһында проект оҫтаханаһы форматында ғәмәлдә ҡулланыу өсөн әҙерләй башлаған. Уҡытыуҙа робот техникаһы буйынса әҙер йыйылмалар ҡулланыла, улар ҡайһы берҙә тейешле талаптарға тап килмәгәнгә күрә ҡайтанан эшләргә һәм эшкәртергә тура килгән. Шуға күрә Евразия политехник мәктәбе студенттары үҙҙәренең идеаль уҡыу йыйылмаһын булдырырға ҡарар иткән.

Белешмә

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Президент Владимир Путин ҡушыуы буйынса Рәсәйҙә заманса кампустар селтәре булдырыла. «Фән һәм университеттар» милли проекты ярҙамында 17 шундай студенттар ҡаласығын проектлау һәм төҙөү башланды. 2030 йылға кампустар һаны – 25-кә, ә 2036 йылға 40-ҡа етәсәк. 2025 йылдан заманса кампустар селтәрен булдырыу федераль проекты “Йәштәр һәм балалар” милли проекты ярҙамында тормошҡа ашырыла. Был эш РФ Хөкүмәте һәм Рәсәй Фән һәм юғары белем биреү министрлығы ҡатнашлығында ойошторола.

Өфө вуз-ара кампусы проекты – ул 4,3 мең кешегә иҫәпләнгән торлаҡ биналар, уҡыу комплекстары, лабораториялар, эшлекле зоналар, магазиндар, уңайлы скверҙар һәм башҡа уңайлы ҡала мөхите объекттары булған студенттар майҙансығы.

Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ! 

Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас