Конкурсҡа биш меңгә яҡын ғариза килгән. Экспертиза һөҙөмтәләре буйынса вуз-ара кампус резиденты - Өфө фән һәм технологиялар университеты ғалимдарының 10 проекты хуплау тапты. Был Башҡортостан вуздары араһында иң яҡшы һөҙөмтә.
2026-2027 йылдарҙа фундаменталь һәм эҙләнеү фәнни тикшеренеүҙәренә өс миллион һум күләмендә грантҡа эйә булғандар:
- Гөлнара Воробьева, Информатика, математика Һәм робот техникаһы институтының хисаплау математикаһы һәм кибернетика кафедраһы профессоры;
- Андрей Кистанов, Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең Экстремаль тәьҫирҙәрҙәге металдар һәм иретмәләр лабораторияһының өлкән ғилми хеҙмәткәре;
- Морат Джаубермезов, Тәбиғәт һәм кеше институтының генетика һәм фундаменталь медицина кафедраһы доценты;
- Булат Әхмәтшин, Химия һәм ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә яҡлау институтының физик химия һәм химик экология кафедраһының өлкән уҡытыусыһы;
- Дмитрий Александров, Химия һәм ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә яҡлау институтының иретеп йәбештереү, ҡойоу һәм аддитив технологиялар кафедраһы ассистенты;
- Искәндәр Сәйетбатталов, Тарих һәм дәүләт идаралығы институтының фәнни эштәр буйынса директор урынбаҫары;
- Булат Аҙнабаев, Тарих һәм дәүләт идаралығы институтының БР тарихы, археология һәм этнология кафедраһы профессоры;
- Иван Мешков, Электротехник инжиниринг институтының телекоммуникация системалары кафедраһының өлкән ғилми хеҙмәткәре;
- Владимир Любопытов, «Интеграль фотоника ҡоролмаһы нигеҙендә сенсор системалары» лабораторияһының өлкән ғилми хеҙмәткәре;
- Роман Никифоров, Технология һәм материалдар институтының производство хәүефһеҙлеге һәм сәнәғәт экологияһы кафедраһы доценты.
Тәүгеләрҙән булып еңеүселәрҙе БР Фән һәм юғары белем биреү буйынса дәүләт комитеты рәйесе Светлана Мостафина ҡотланы. Бөтә проекттар ғилми коллективтар өсөн яңы тематикаларҙы үҫтереү һәм тикшеренеү командаларын формалаштырыу маҡсатында тикшеренеүҙәр үткәреүгә йүнәлтелгән.
БЕЛЕШМӘ.
2022 йылдан Рәсәйҙә Фән һәм технологиялар ун йыллығы инициативаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә фәнни-популяр йүнәлештәге 80-дән ашыу маршрут әҙерләнгән һәм эшләй башлаған. Турҙар мәктәп уҡыусыларынан алып өлкәндәргә тиклем киң аудитория өсөн хәҙерге фән ҡаҙаныштары, төбәктең тәбиғи һәм мәҙәни мираҫы менән фәнни белем призмаһы аша танышыу өсөн уникаль мөмкинлек аса.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Президент Владимир Путин ҡушыуы буйынса Рәсәйҙә заманса кампустар селтәре булдырыла. 2030 йылға илдә 25 кампустан торған селтәр барлыҡҡа килергә тейеш. Был йүнәлеш буйынса эште Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте һәм Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығы алып бара. Әлеге ваҡытта «Йәштәр һәм балалар» милли проекты ярҙамында 24 ошондай студент ҡаласығы проектлана һәм төҙөлә. 2036 йылға кампустар һаны 40-ҡа тиклем артасаҡ.
Башҡортостан заманса кампустар селтәрен булдырыу буйынса федераль проект тормошҡа ашырылған Рәсәйҙең пилот төбәктәренең береһе булды. Өфөлә Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусының беренсе сираты 2024 йылдың февралендә асылды.
Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/27974/