Өфө уҡыусылары Вуз-ара кампус һәм Евразия ғилми-белем биреү үҙәге ғалимдары әҙерләгән фәнни-популяр маршруттар менән танышыуын дауам итә. Был юлы 1-се республика полилингваль күп профилле гимназияһы уҡыусылары «Тәбиғи-фәнни Өфө: ерҙәге тормоштоң барлыҡҡа килеүенән Вернадский ноосфераһына тиклем» фәнни-популяр маршрутында булды.
Экскурсия ҡатнашыусыларға республикала тәбиғи фәндәр өлкәһендәге төрлө фәнни асыштар һәм ҡаҙаныштар менән танышырға һәм үткәндән киләсәккә сәйәхәт ҡылырға мөмкинлек бирҙе.
Традиция буйынса сәйәхәттең башланғыс нөктәһе булып Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең Вуз-ара студенттар кампусы тора. Бында балалар Өфө университеттарының заманса лабораториялары менән танышты, перспективалы фәнни йүнәлештәр һәм эшләнмәләр тураһында белде. Шулай уҡ ғалимдарға һорауҙар бирә алдылар.
Маршрутта ҡатнашыусылар ылымыҡтарҙың үҙенсәлектәрен өйрәнеү буйынса лабораторияла интерактив оҫталыҡ дәресендә ҡатнашты, уларға Өфө фән һәм технологиялар университетының зоология музейында һәм БДПУ-ның геология музейында оҡшаны.
Балалар экспонаттарҙы мауығып ҡараны һәм гидтарҙы иғтибар менән тыңланы. Йәш туристар Башҡортостандағы иң боронғо зоология музейында булды, унда донъяның бөтә мөйөштәренән: Арктиканан алып Африкаға тиклем 10 меңгә яҡын фауна экспонаты ҡуйылған.
Турҙар төбәктең уникаль ғилми-тикшеренеү инфраструктураһы объекттарына – университет лабораторияларынан алып иҡтисадтың реаль секторы предприятиеларына һәм фән һәм тикшеренеүҙәр күҙлегенән ҡарағанда республиканың мөһим туристик урындарына – төбәктең геопарктарына һәм курорттарына эләгергә мөмкинлек бирә.
Бөтә маршруттар ҙа РФ Президенты ҡарамағындағы фәнни һәм мәғариф өлкәләрендә йәштәр эштәре буйынса координация советының экспертизаһын уңышлы үткән һәм Рәсәйҙең фәнни-популяр маршруттары исемлегенә ингән.
Яңы туристик маршруттарҙы мәктәп уҡыусыһынан алып алдынғы ғалимға тиклем теләгән, шулай уҡ яңы белем алыу менән ҡыҙыҡһынған һәм «фәнгә ҡағылырға» теләгән һәр кем күрә һәм баһалай ала. Экскурсияға Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең сайтында яҙылырға мөмкин: https://turizm.nocrb.ru/
БЕЛЕШМӘ.
2022 йылдан Рәсәйҙә Фән һәм технологиялар ун йыллығы инициативаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә фәнни-популяр йүнәлештәге 80-дән ашыу маршрут әҙерләнгән һәм эшләй башлаған. Турҙар мәктәп уҡыусыларынан алып өлкәндәргә тиклем киң аудитория өсөн хәҙерге фән ҡаҙаныштары, төбәктең тәбиғи һәм мәҙәни мираҫы менән фәнни белем призмаһы аша танышыу өсөн уникаль мөмкинлек аса.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Президент Владимир Путин ҡушыуы буйынса Рәсәйҙә заманса кампустар селтәре булдырыла. 2030 йылға илдә 25 кампустан торған селтәр барлыҡҡа килергә тейеш. Был йүнәлеш буйынса эште Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте һәм Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығы алып бара. Әлеге ваҡытта «Йәштәр һәм балалар» милли проекты ярҙамында 24 ошондай студент ҡаласығы проектлана һәм төҙөлә. 2036 йылға кампустар һаны 40-ҡа тиклем артасаҡ.
Башҡортостан заманса кампустар селтәрен булдырыу буйынса федераль проект тормошҡа ашырылған Рәсәйҙең пилот төбәктәренең береһе булды. Өфөлә Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусының беренсе сираты 2024 йылдың февралендә асылды.
Сығанаҡ: https://campusufa.ru/news/1619
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!