Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
8 Декабрь 2025, 11:10

Вуз-ара кампус резиденттары студенттары бал королеваһы һәм короле булды

Өфөлә вуз-ара кампус резиденты М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ойошторған студенттар балы үтте.

Вуз-ара кампус резиденттары студенттары бал королеваһы һәм короле булды
Вуз-ара кампус резиденттары студенттары бал королеваһы һәм короле булды

Бал Өфөнөң ете юғары уҡыу йортонан һәм дүрт колледжынан 300-гә яҡын студентты Рәсәйҙең тарихи бал мәҙәниәте мөхитенә сумдырыу, Ватан тарихы, мәҙәниәте һәм йолалары хаҡында иҫкә төшөрөү өсөн йыйҙы.

Студенттар менән бергә бейеү кисәһендә Аҡмулла университеты уҡытыусылары, юғары уҡыу йорттары һәм колледждар вәкилдәре ҡатнашты. Бейеү, вокал һәм инструменталь номерҙарҙы Гүзәл Сөләймәнованың балет студияһы тәрбиәләнеүселәре, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры артистары, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының музыкаль һәм хореография белеме кафедраһы студенттары һәм уҡытыусылары тәҡдим итте.

Юғары уҡыу йорттары араһындағы студенттар балы традицияларының береһе – студенттар араһынан Король һәм Королеваны иғлан итеү. Уларҙы Башҡортостандың Фән һәм юғары белем биреү буйынса дәүләт комитеты рәйесе Светлана Мостафина бүләкләне.

Бал королеваһы исемен М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының Физика, математика, һанлы һәм нанотехнологиялар институты студенты Виктория Евграфова алды, ә Бал короле итеп Башҡорт дәүләт медицина университетының дауалау факультеты студенты Данияр Мирсаев һайланды.

Шулай уҡ уҡытыусылар араһында иң яҡшы пар иғлан ителде. БДПУ-ның музыкаль һәм хореография белеме кафедраһы профессоры Ирма Тагариева Нәфислек ханымы булды. Ә Ҡупшы әфәнде титулын Физик культура һәм кеше һаулығы институты директоры Николай Черепанов алды.

Өлкән парҙы БДПУ-ның йәштәр сәйәсәте һәм халыҡ-ара бәйләнештәр буйынса проректоры Радик Юлбаев һәм Б. Н. Ельцин исемендәге Ҡырғыҙ-Рәсәй славян университетының юғары уҡыу йортона тиклемге һәм өҫтәмә белем биреү буйынса проректоры Елена Аверкова ҡотланы.

Радик Юлдыбаев билдәләүенсә, киләһе, унынсы студент балын халыҡ-ара итеп үткәрергә ҡарар ителде. Олуғ ҡунаҡ киләһе йылда Ҡырғыҙ-Рәсәй славян университеты студенттарының да байрамда ҡатнашасағын белдерҙе.

БЕЛЕШМӘ. 

2022 йылдан Рәсәйҙә Фән һәм технологиялар ун йыллығы инициативаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә фәнни-популяр йүнәлештәге 80-дән ашыу маршрут әҙерләнгән һәм эшләй башлаған. Турҙар мәктәп уҡыусыларынан алып өлкәндәргә тиклем киң аудитория өсөн хәҙерге фән ҡаҙаныштары, төбәктең тәбиғи һәм мәҙәни мираҫы менән фәнни белем призмаһы аша танышыу өсөн уникаль мөмкинлек аса.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Президент Владимир Путин ҡушыуы буйынса Рәсәйҙә заманса кампустар селтәре булдырыла. 2030 йылға илдә 25 кампустан торған селтәр барлыҡҡа килергә тейеш. Был йүнәлеш буйынса эште Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте һәм Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығы алып бара. Әлеге ваҡытта «Йәштәр һәм балалар» милли проекты ярҙамында 24 ошондай студент ҡаласығы проектлана һәм төҙөлә. 2036 йылға кампустар һаны 40-ҡа тиклем артасаҡ.

Башҡортостан заманса кампустар селтәрен булдырыу буйынса федераль проект тормошҡа ашырылған Рәсәйҙең пилот төбәктәренең береһе булды. Өфөлә Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусының беренсе сираты 2024 йылдың февралендә асылды.

Сығанаҡ: https://campusufa.ru/news/1620

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас