Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
10 Декабрь 2025, 20:15

Өфөләге Геном үҙәге бар йәһәттән һоҡландыра

Был турала Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Дмитрий Чернышенко белдерҙе. 

Өфөләге Геном үҙәге бар йәһәттән һоҡландыра
Өфөләге Геном үҙәге бар йәһәттән һоҡландыра

Донъя кимәлендәге Евразия ғилми-белем биреү үҙәге Өфө кампусының Геном үҙәге бөгөнгө көндә сафҡа индерелгән объекттар исемлегенә ингән. Был турала Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Дмитрий Чернышенко Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры Михаил Мишустин рәйеслегендә үткән оператив кәңәшмәлә хәбәр иткән.

– 29 кампус объекты файҙаланыуға тапшырылған да инде. Шул иҫәптән Бауман исемендәге Мәскәү дәүләт техник университеты кампусы ла. Шулай уҡ Новосибирскиҙа – уҡыу корпусы һәм 690 урынлыҡ дөйөм ятаҡтар комплексы, Түбәнге Новгородта – 1359 урынлыҡ һигеҙ корпус, Калининградта – ике  корпус (күп функциялы үҙәк һәм китапхана менән дөйөм аудитория), Силәбелә – 336 урынлыҡ комплекс һәм Өфөләге Геном үҙәге – ул донъя кимәлендәге Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең нигеҙе, - тип һөйләне Дмитрий Чернышенко.

Донъя кимәлендәге Евразия ғилми-белем биреү үҙәге Өфө кампусының генераль үҙәге 2025 йылдың апрелендә сафҡа индерелде. Бында кеше, үҫемлектәр һәм хайуандар генетикаһы өлкәһендәге геном мәғлүмәттәрен эшкәртеү өсөн Интеллектуаль геномика үҙәге урынлашҡан. Шулай уҡ майҙансыҡта мәғлүмәт технологиялары өлкәһендә квалификациялы белгестәр әҙерләү өсөн илдәге иң ҙур «Мәктәп-21 көйләү» программаһы мәктәбе урынлашҡан. Мәктәп Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте һәм «Сбер»ҙың хеҙмәттәшлеге менән асылған.

- Геном үҙәге республика өсөн мөһим объект булып тора. Бында иртәгәһе көндө Башҡортостандың фәнни һәм кадрҙар потенциалы формалашасаҡ, - тип билдәләне Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан заманса кампустар селтәрен булдырыу буйынса федераль проект тормошҡа ашырылған Рәсәйҙең пилот төбәктәренең береһе булды. Өфөләге Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең юғары уҡыу йорттары-ара студенттар кампусының беренсе сираты 2024 йылдың февралендә асылған. Тормошҡа ашырыу «Йәштәр һәм балалар» милли проекты ярҙамында алып барыла.

Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ! 

Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас