Евразия фәнни-мәғариф үҙәгенең Юғары уҡыу йорттары кампусында ӨФһТУ-ның популяция һәм медицина генетикаһы лабораторияһы ғалимдары Кавказ халыҡтарына кислород етешмәгән ҡырыҫ шарттарҙа, бейек тауҙар ҡуйынында йәшәргә мөмкинлек биргән генетик “сер”ҙе асҡан. Бер нисә Кавказ халҡының тулы геном мәғлүмәттәрен өйрәнгәндән һуң, шул асыҡланған: эволюция уларҙың ДНК-һын, киҫкен шарттарға яраҡлаштырып, “ҡайтанан программалаған”.
Мәҫәлән, EGLN1 гены күҙәәнәктәрҙең кислород етешмәүгә реакцияһына идара итә. Уны элек Тибет һәм Анд тауҙарында йәшәгән кешеләрҙә тапҡандар, әммә Кавказ халыҡтарында, айырыуса балҡарҙарҙа, ғалимдар яңы варианттарҙы тапҡан – был элегерәк тойолмаған, кислороды самалы булған һауаны һуларға ярҙам иткән “мутация”.
– Кавказ – ысынлап эволюция лабораторияһы. Бындағы популяциялар меңәр йылдар буйы тау менән тигеҙлек араһына алмашлап яраҡлашҡан ,был күп ҡатлы генетик “броня”ны булдырған, – ти биология фәндәре кандидаты Морат Джаурмезов.
Был асыш фундаменталь эволюция биологияһынан алып практик медицинаға тиклем гипоксияға ҡаршы тороу һәләтенә ҡарашты үҙгәртә. Улар үпкә, йөрәк ауырыуҙарын дауалауҙа, шулай уҡ йыһан һәм экстремаль медицина өлкәһендә ярҙам итә ала.
БР Фән һәм юғары белем биреү буйынса дәүләт комитеты рәйесе Светлана Мостафина билдәләүенсә, Өфө университетында Рәсәйҙәге иң көслө генетика мәктәбе барлыҡҡа килде, унан 20 фән докторы һәм 150 фән кандидаты сыҡты. Шуға күрә республикала геном технологияларын үҫтереүгә айырым иғтибар бүленә.
ӨФһТУ ғалимдарының Өфө федераль тикшеренеү үҙәге Биохимия һәм генетика институтындағы, Биотек Кампустағы коллегалары менән бергә үткәргән был тикшеренеүе юғары уҡыу йортоноң донъя генетикаһында биләгән урынын нығытырға ярҙам итә.
Мәғлүмәт, фото: campusufa.ru/news/1640
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!