Белем һәм тәрбиә
12 Февраля , 11:30

Ҡайтығыҙ, һеҙ беҙгә кәрәк

Был, әйтергә кәрәк,  кадрҙар сәйәсәте генә түгел, был – төплө, уйланылған, стратегик аҙым...

Ҡайтығыҙ, һеҙ беҙгә кәрәкҠайтығыҙ, һеҙ беҙгә кәрәк
Ҡайтығыҙ, һеҙ беҙгә кәрәк

Мәскәү юғары уҡыу йорто дипломы...  Санкт-Петербург академияһы белгесе... Йәшерен-батырыны юҡ, бындай сценарий, ғәҙәттә, “бер яҡҡа билет” менән тамамлана – йәштәр ҙур, карьера өсөн перспективалы ҡалаларҙы һайлай. Ғөмүмән, төбәктәр өсөн был ауыр тема. Шуға ла Рәсәй вуздарында белем алған Башҡортостан йәштәре өсөн тыуған ерҙә стажировка үтеү мөмкинселеген  ябай документ тип кенә түгел, ә белгестәрҙе ҡайтарыу йәһәтенән яуаплы һәм стратегик аҙым, тип баһаларға кәрәк. Шулай итеп, республика Башлығы Радий Хәбиров Кадрҙар стажировкаһы үҙәге булдырыу тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. 

Эйе, ситтә белем алған йәштәргә стажировка үтеүҙә быға тиклем дә  юлдар һәр саҡ асыҡ ине. Республика предприятиелары был йүнәлештә әүҙем эшләй. Әммә Мәскәү предприятиеһымы, әллә Өфөмө тигән һайлау алдында торғанда, үлсәүҙең ҡайһы яҡҡа нығыраҡ тартҡаны, әйтмәһәң дә, аңлашыла. Һәм бөгөн килеп, ниһайәт, мәсьәләнең Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән дәүләт кимәлендә хәл ителеш табыуы ҙур мәғәнәгә эйә. Бынан ары, Рәсәй юғары уҡыу йорто студенты рәсми стажировканы Башҡортостан предприятиеларында ғына түгел, ә төп дәүләт учреждениеларында, министрлыҡтарҙа, ведомстволарҙа, муниципалитеттарҙа ла үтә аласаҡ. Әйткәндәй, әлеге ваҡытта Башҡортостан Башлығы хакимиәтендә – Башҡортостандан ситтә белем алған дүрт студент, ә республиканың Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай йортонда 12 кеше практика үтә башлаған да инде. Был - бер.

Икенсенән, йәштәрҙең тыуған ерендә, бигерәк тә урындағы дәүләт органында стажировкаға ҡайтыуы, һис һүҙһеҙ, уларҙың карьера үҫешенә лә йоғонто яһамай ҡалмаясаҡ. Ябай практика түгел был. Республика менән идара иткән команда составында тәжрибә туплау, был системаны төптән өйрәнеү - ул тәү сиратта ышаныс билдәһе. Киләсәктә бергә эшләүгә, бергә үҫешергә, бергә идара итеүгә ышаныс. 

Ғөмүмән, йәштәр тормошо, уларҙың йәшәйеше, проблемалары республика етәкселегенең һәр саҡ иғтибары үҙәгендә. Ситтә уҡыйҙармы, үҙебеҙҙәме -  быныһы мөһим түгел. Барыһы ла тыуғын йорт йылыһын тойоп, тыуған ер көсөн һиҙеп үҫешергә тейеш. Мәҫәлән, республика кимәлендә ойошторолған  #ӨЙҘӘ студенттар фестивале, “Аҫылташ” төбәк йәштәр форумы, Йәштәр йыйыны, Йәш дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәр форумы һәм башҡа бик күп сараларҙың береһе лә “эҙһеҙ” үтмәй.  Яҡты, һөҙөмтәле “эҙһеҙ”, тиеүем. Ә “Башҡортостандан һөйөү менән” сиктәрендә илебеҙҙең баш ҡалаһында уҡып йөрөгән нисәмә студент һәм аспирант  туғандарынан һәм яҡындарынан даими рәүештә посылка һәм күстәнәстәр ала. Бөгөн килеп,  Рәсәй вуздарында уҡып йөрөгән студенттар өсөн Кадрҙар стажировкаһы үҙәге асыласағын да күҙ уңында тотһаҡ, йәштәр өсөн ҡыуанырға ғына ҡала. 

 “Был төбәк үҫешенең мөһим йүнәлеше. Ул йәш профессионалдарҙы тыуған яҡҡа ҡайтарыуға һәм юғары квалификациялы белгестәрҙең быуындар күсәгилешлелеген һаҡлауға  йүнәлтелгән. Йәштәр тыуған ерендә  үҙҙәрен күрһәтә алһын өсөн тырышабыҙ. Тыуған төйәгегеҙ һеҙгә шәхси үҫеш, сифатлы һәм ҡыҙыҡлы тормош өсөн мөмкинлектәр тәҡдим итә”, – тигәйне Радий Фәрит улы Мәскәүҙә уҡып йөрөгән  йәштәр менән бер осрашыуҙа.

Йәш белгестәр өсөн булдырылған шарттар республика етәксеһенең  йәш яҡташтарыбыҙҙың киләсәге алдында  шәхси яуаплылығы тип ҡабул ителә. Шуныһын да билдәләргә кәрәк, сит ҡалаларға уҡырға киткән йәштәрҙе “Ҡайтығыҙ, һеҙ беҙгә кәрәк!”, тип кенә түгел, ә  нигеҙле, уларҙың үҫешендә терәк-таяныс булырҙай төплө ярҙам саралары менән саҡырабыҙ. Был, әйтергә кәрәк,  кадрҙар сәйәсәте генә түгел, был – төплө, уйланылған, стратегик аҙым. Үҙебеҙҙекеләр үҙебеҙгә ҡайтырға тейеш. Иң мөһиме, тыуған ерҙәрендә уларҙы көтәләр. Сөнки киләсәк тап алдынғы ҡарашлы, белемле йәштәр ҡулында икәнен, күсәгилешлекте һаҡларға кәрәклеген  тәрән аңлау бар.

 

Автор:Алсу Аглиуллина
Читайте нас