Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
13 Март , 16:30

Вуз-ара кампуста инновациялар үҫеше һәм хеҙмәттәшлек итеү тикшерелде

Сәфәрҙең маҡсаты - Өфө нефть дәүләт университетында тормошҡа ашырылған алдынғы белем биреү һәм технологик тәжрибәләр менән танышыу.

Вуз-ара кампуста инновациялар үҫеше һәм хеҙмәттәшлек итеү тикшерелде
Вуз-ара кампуста инновациялар үҫеше һәм хеҙмәттәшлек итеү тикшерелде

Өфөлә Евразия ғилми-белем биреү үҙәгендәге Вуз-ара студенттар кампусында Стәрлетамаҡ делегацияһы менән осрашыу үтте, уның составына 70-тән ашыу спикер, мәктәп директорҙары, профессионалдар һәм урындағы бизнес-берләшмә вәкилдәре инде. Сәфәрҙең маҡсаты - Өфө нефть дәүләт университетында тормошҡа ашырылған алдынғы белем биреү һәм технологик тәжрибәләр менән танышыу.

Ҡунаҡтарҙы ӨДНТУ-ның уҡыу эштәре буйынса проректоры Александр Могучев сәләмләне. Үҙенең мөрәжәғәтендә ул Башҡортостандың инновацион экосистемаһын формалаштырыу өсөн ошондай осрашыуҙарҙың мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды һәм ҡатнашыусыларҙы артабанғы хеҙмәттәшлек мөмкинлектәре тураһында әүҙем диалогҡа саҡырҙы.

"Өфөнөң Вуз-ара кампусында беҙ, ысынлап та, көслө экосистеманы күрҙек. Өфө дәүләт нефть техник университетының ҡайһы бер тәжрибәләрен ҡала мөхитенә индерербеҙ, тип уйлайым. Был, тәү сиратта, беҙҙең предприятиеларға инновацияларҙы үҫтерергә ярҙам итәсәк. Фәнни эшләнмәләрҙән алып уны ғәмәлгә ашырыуға тиклем юлды ҡыҫҡартыу өсөн производство майҙансыҡтары һәм студенттар лабораториялары араһында тура бәйләнеш булдырырға ниәтләйбеҙ", – тип билдәләне Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығы Эмиль Шәймәрҙәнов.

Осрашыу барышында ҡатнашыусыларҙы университетты үҫтереүҙең төп йүнәлештәре һәм технологик проекттарға ярҙам инфраструктураһы менән таныштырҙылар.

Визит тәжрибә уртаҡлашыу һәм университет мөхите, бизнес һәм сәнәғәт предприятиелары араһында хеҙмәттәшлектең яңы формаларын тикшереү өлгөһө булды. Ҡатнашыусылар билдәләүенсә, бындай бәйләнештәрҙе үҫтереү фәнни эшләнмәләрҙе тиҙерәк индерергә һәм төбәктә тотороҡло инновацион экосистема булдырырға мөмкинлек бирә.

Сығанаҡ: кампус.

Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас