Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
25 Март , 16:00

Йәштәрҙе эшкә саҡырҙыҡ

"Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто баҫмалары баш мөхәррирҙәре, баш мөхәррир урынбаҫарҙары, журналистар медиадиректор Марсель Байдәүләтов етәкселегендә Өфө дәүләт фән һәм технологиялар университетының Башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетында үткән "Карьера көнө"ндә студенттар менән осрашты. Бындай күрешеүҙәр йыл да үткәрелә килә. Маҡсаты – йәштәрҙе эшкә килергә, хеҙмәттәшлек итергә йәлеп итеү.

Йәштәрҙе эшкә саҡырҙыҡ
Йәштәрҙе эшкә саҡырҙыҡ

Студенттар араһында редакцияла практика үткәндәре, баҫмаларға мәҡәләләр яҙыштырғандары бар. Баш мөхәррирҙәр Сәлмән Ярмуллин, Лариса Абдуллина, Миләүшә Ҡаһарманова йәштәрҙе эшкә саҡырып, үҙҙәренең тормош тәжрибәһе аша журналистиканың әһәмиәте хаҡында һүҙ алып барҙы. Матбуғатта оҙаҡ йылдар эшләгән Римма Аҡманова, Альбина Ғөбәйҙуллина сығыштарында йәштәрҙе үҙ һөнәрҙәренең ҡыҙыҡһындырырлыҡ яҡтарына баҫым яһаны.

Әлбиттә, буласаҡ белгестәрҙе эш хаҡы мәсьәләһе лә борсой. Тормош башлағанда был айырыуса мөһим. Әммә тап яңы көстәр матбуғатҡа яңы һулыш, күтәрелеш алып килергә һәләтле. Мәғлүмәт киңлегенең йылдан-йыл яңырған һәм технологиялар өҫтөнлөк алған заманында улар реклама, SMM өлкәһендә тилберлек күрһәтә ала. Бөгөн милли баҫмаларҙа эшләү — ғәҙәти биттәр әҙерләү генә түгел, видеоконтент булдырыу һәм яңы форматтар үҙләштереү. Шуға ла был өлкәгә тап йәшлек дәрте, саялығы, тәүәккәллеге кәрәк. Ә тәжрибәле апай-ағайҙары уларға ярҙам итергә әҙер икәнлектәрен белдерҙе.

Башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты деканы Гөлфирә Риф ҡыҙы Абдуллина редакция хеҙмәткәрҙәре менән туранан-тура аралашыу студенттарға бик мөһим ғәмәли йүнәлеш биреүен әйтеп, ҡунаҡтарға ихлас рәхмәт белдерҙе.

Осрашыу һөҙөмтәле булыр тип ышанабыҙ!

Автор һәм Алмаз Сагманов фотолары.

Һүрәттәрҙә:

Осрашыуҙан иҫтәлеккә дөйөм фото; студенттар “Башҡортостан” гәзитен һәм календарын бик теләп алды.

Йәштәрҙе эшкә саҡырҙыҡ
Йәштәрҙе эшкә саҡырҙыҡ
Йәштәрҙе эшкә саҡырҙыҡ
Йәштәрҙе эшкә саҡырҙыҡ
Йәштәрҙе эшкә саҡырҙыҡ
Йәштәрҙе эшкә саҡырҙыҡ
Йәштәрҙе эшкә саҡырҙыҡ
Йәштәрҙе эшкә саҡырҙыҡ
Йәштәрҙе эшкә саҡырҙыҡ
Йәштәрҙе эшкә саҡырҙыҡ
Йәштәрҙе эшкә саҡырҙыҡ
Йәштәрҙе эшкә саҡырҙыҡ
Йәштәрҙе эшкә саҡырҙыҡ
Автор: Гөлназ Ҡотоева
Читайте нас