Бюджет, иҡтисади сәйәсәт һәм транспорт мәсьәләләренә арналған Беларусь һәм Рәсәй Союзы Парламент Йыйылышы комиссияларының берлектәге ултырышы сиктәрендә Беларусь Республикаһы делегацияһы Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең донъя кимәлендәге Вуз-ара студенттар кампусында булды.
Визит төбәктең алдынғы белем биреү һәм технологик ғәмәлдәрен өйрәнеүгә, шулай уҡ фәнни һәм академик өлкәләрҙә дәүләт-ара хеҙмәттәшлек перспективаларын тикшереүгә йүнәлтелгән.
Экскурсия барышында ҡунаҡтарға кампусты үҫтереүҙең төп йүнәлештәре, шул иҫәптән донъя кимәлендәге лабораториялар, стартаптар өсөн коворкинг-зона, студенттар эшҡыуарлығын үҫтереү өсөн мөмкинлектәр һәм вуз компетенцияларын төбәктең индустриаль бурыстарына интеграциялау системаһы тәҡдим ителде. Һәләтле йәштәр менән эшләүгә һәм фәнни эшмәкәрлек өсөн уңайлы мөхит булдырыуға айырыуса иғтибар бүленә.
Осрашыуҙа ҡатнашыусылар билдәләүенсә, бындай майҙансыҡтарҙы үҫтереү Рәсәй һәм Беларусь араһындағы бәйләнештәрҙе тәрәнәйтеү өсөн нигеҙ булып тора, ул фәнни эшләнмәләрҙе сәнәғәткә тиҙ арала индерергә һәм заман талаптарына яуап биргән берҙәм белем биреү киңлеген булдырырға мөмкинлек бирә.
Белешмә:
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса илдә заманса кампустар селтәре булдырыла. 2030 йылға 25 кампус барлыҡҡа килергә тейеш. Эште Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте һәм Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығы алып бара. Әлеге ваҡытта «Йәштәр һәм балалар» милли проекты ярҙамында 24 кампус проектлана һәм төҙөлә. 2036 йылға кампустар һаны 40-ҡа етәсәк.
Өфө вуз-ара кампусы – ул 4,3 мең кешегә иҫәпләнгән торлаҡ биналары, уҡыу фәнни комплексы, лабораториялар, эшлекле зоналар, магазиндар, скверҙар һәм башҡа төрлө уңайлы ҡала мөхите объекттары булған студенттар киңлеге.
Фото: https://pravitelstvorb.ru/news/28607/.
Беҙҙең МАХ каналына max.ru/gazetabash... ҡушылығыҙ!