2026 йылдың 1 апрелендә 1-се Республика полилингваль күп профилле гимназияһында «Ағиҙел» бөтә Рәсәй VI полилингваль олимпиадаһы үтте. Унда Башҡортостан, Алтай, Бүрәт, Татарстан, Саха (Яҡут), Төньяҡ Осетия-Алания республикалары, Свердлов өлкәһе уҡыусылары ҡатнашты. «Ағиҙел» полилингваль олимпиадаһы алтынсы йыл рәттән Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы, Мәғарифты үҫтереү институты, Өфө фән һәм технологиялар университеты һәм Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ярҙамында үткәрелә.
Ағиҙел – Башҡортостандың иң ҙур һәм оҙон йылғаһы. Ул Ирәмәл тауынан башлана һәм Камаға, артабан Волгаға ҡоя, Каспий диңгеҙенә тиклем барып етә. «Ағиҙел» полилингваль олимпиадаһы – илебеҙҙә йәшәгән бөтә халыҡ вәкилдәрен, уларҙың телдәрен, мәҙәниәттәрен, тарихтарын һәм йолаларын берләштергән һәм Башҡортостан Республикаһының, шулай уҡ башҡа төбәктәрҙең дөйөм белем биреү ойошмалары уҡыусылары өсөн тел-мәғариф-мәҙәни мөхит булдырыусы проект.
Олимпиаданың төп идеяһы – телдәрҙе, башҡа халыҡтарҙың мәҙәниәтен һәм донъяға ҡарашын күберәк белгән һайын беҙ көслөрәк, аҡыллыраҡ һәм татыуыраҡ булабыҙ. Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылында был идея бик көнүҙәк.
Олимпиаданың маҡсаты – телдәрҙең төрлөлөгөн һаҡлау, полимәҙәни һәм полилингваль белем биреүҙе яҡлау, Рәсәй халыҡтарының телдәре һәм йолалары менән ҡыҙыҡһынған һәләтле уҡыусыларҙы асыҡлау, рус, туған һәм сит телдәрҙе өйрәнеүгә мотивацияны арттырыу. Олимпиада уҡыусыларҙы туған телдәрҙе өйрәнергә һәм милләт-ара татыулыҡты нығытырға дәртләндерергә тейеш. Был бөгөн мәғариф системаһының мөһим бурыстарының береһе булып тора.
Олимпиадаға һайлап алыу 2026 йылдың 16 февраленән 9 мартына тиклем дистанцияла үтте. Унда 5-11-се кластарҙан 648 уҡыусы ҡатнашты. Уҡыусыларға 2026 йылда «Халыҡтар дуҫлығында – Рәсәй берҙәмлеге» тигән дөйөм тема аҫтында һигеҙ телдә (башҡорт, рус, татар, сыуаш, удмурт, мари, ҡытай һәм инглиз) эштәр тәҡдим ителде.
Олимпиаданың йомғаҡлау этабын асыу тантанаһына абруйлы ҡунаҡтар килде: Башҡортостан Республикаһы Башлығының Ижтимағи-сәйәси үҫеш идаралығы начальнигы урынбаҫары – милли сәйәсәтте тормошҡа ашырыу буйынса бүлек мөдире Илдус Ҡаһарманов, Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының Милли мәғариф идаралығы начальнигы Морат Ишемғолов, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды директоры Гөлназ Йосопова, Өфө фән һәм технологиялар университетының Гуманитар һәм социаль фәндәр институты директоры вазифаһын башҡарыусы, филология фәндәре докторы, профессор Рафаэль Ғәзизов, Өфө фән һәм технологиялар университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты деканы, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты, филология фәндәре докторы, профессор Гөлфирә Абдуллина һәм башҡалар.
Финал программаһы үҙ эсенә ике этапты алды. Беренсе этап шәхси викторина форматында үткәрелде. Унда ҡатнашыусыларҙың лингвистик белемдәренең тәрәнлеге баһаланды. Икенсе этап интерактив ярыш форматында булды. Унда лингвистар командаларҙа «Беҙ бергә – Рәсәй» полилингваль экспресс» квесын үтте. Интеллектуаль ярыштың был этабында балаларға тыуған илебеҙҙә йәшәгән халыҡтарҙың мәҙәниәтен, ғөрөф-ғәҙәттәрен һәм аш-һыу традицияларын белеүҙәрен күрһәтергә кәрәк ине. Шулай уҡ Рәсәй Федерацияһының төрлө төбәктәренән килгән уҡыусылар менән командала эшләү мөмкинлеге бирелде.
Олимпиадаға килеүсе уҡытыусылар «Беләм. Эшләйем. Бүлешәм» темаһына үткәрелгән семинарҙа уҡыусыларҙы туған телдәргә өйрәтеү алымдары менән уртаҡлашты. Көндөң икенсе яртыһында уҡытыусылар өсөн патриотик тәрбиәгә йүнәлтелгән оҫталыҡ дәрестәре серияһы үткәрелде.
«Ағиҙел» бөтә Рәсәй VI полилингваль олимпиадаһында 1-се Бүрәт республика милли лицей-интернатының (Бүрәт Республикаһы, Улан-Удэ ҡалаһы) 10-сы класс уҡыусыһы Ольга Имыхелова еңеүсе тип танылды.
2-се дәрәжә призерҙар:
Резеда Шакирова, Татарстан Республикаһының Аҡтаныш районы, Һәләтле балалар өсөн гуманитар гимназия-интернатының 10-сы класс уҡыусыһы;
Иван Бадыкин, Алтай Республикаһының Таулы Алтай ҡалаһы, С. К. Плакас исемендәге республика гимназияһының 8-се класс уҡыусыһы;
Артур Хәсәнов, Башҡортостан Республикаһының Өфө ҡалаһы, 1-се Республика полилингваль күп профилле гимназияһының 10-сы класс уҡыусыһы.
3-сө призлы урынды шулай уҡ олимпиаданың бер нисә ҡатнашыусыһы бүлеште:
Артур Чельдиев, Төньяҡ Осетия-Алания Республикаһының Владикавказ ҡалаһы, Алан гимназияһының 8-се класс уҡыусыһы,
Диана Рәхимйәнова, Башҡортостан Республикаһының Нефтекама ҡалаһы, «Белем» полилингваль күп профилле мәктәп-интернатының 9-сы класс уҡыусыһы,
Әминә Макарова, Саха (Яҡут) Республикаһының Чурапчи улусы, С.К. Макаров исемендәге Чурапчи гимназияһының 8-се класс уҡыусыһы.
«Ағиҙел» Бөтә Рәсәй VI полилингваль олимпиадаһы еңеүсеһе һәм призерҙары Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының дипломы һәм олимпиада партнерҙарынан ҡиммәтле бүләктәр менән билдәләнде.
«Ағиҙел» Бөтә Рәсәй VI полилингваль олимпиадаһын ойоштороусыларҙы һәм уҡытыусыларҙы, ҡатнашыусыларҙы һәм еңеүселәрҙе олимпиаданың уңышлы үтеүе менән ҡотлайбыҙ һәм бөтәһенә лә яңы ижади ҡаҙаныштар теләйбеҙ!
Лариса Дудина фотоһы.