

Төҙөүселәр бер үк ваҡытта ай һайын объекттың икенсе сиратындағы ете башняның өсәр ҡатын төҙөй, ә уларҙың иң бейеге 29 ҡатлыҡ булып, 100 метрға күтәреләсәк. Был хаҡта башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың аҙналыҡ оператив кәңәшмәһендә республика Премьер-министры Андрей Назаров хәбәр итте.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй Президенты Владимир Путин башланғысы менән ойошторолған федераль программа сиктәрендә илдә 40 кампус төҙөлә. Башҡортостан конкурс буйынса һайлап алыуҙың беренсе этабында һигеҙ еңеүсе иҫәбенә инде. Өфө проектын «Йәштәр һәм балалар» милли проекты сиктәрендә бер нисә этапта тормошҡа ашыралар.
Беренсе сират - IQ-парк 2024 йылдың февраленән ғилми-белем биреү һәм инновацион үҙәк функцияларын башҡара. Бында стартап-студия һәм студенттар эшҡыуарлығы үҙәге эшләй. Фәнни-технологик үҫештең төп йүнәлештәре – биомедицина һәм генетика, инжиниринг һәм алдынғы етештереү технологиялары, һанлы һәм «йәшел» химия буйынса тикшеренеүҙәр алып барыла.
- IQ-парктың үҙенсәлеге - уҡыусыларҙы һәм студенттарҙы киләсәк һөнәрҙәренә өйрәтеүҙең эксперименталь форматтары. Шулай уҡ ул йәмәғәт коммуникациялары һәм мәғрифәтселек проекттары интеграторы ролен үтәй. Уның майҙансығында «Белем» йәмғиәте, Рус география йәмғиәте, Рәсәй хәрби-тарихи йәмғиәте һәм Рәсәй тарихи йәмғиәте эшләй, – тип өҫтәне Андрей Назаров.
Икенсе сираттағы беренсе объект - Геном үҙәге - 2025 йылдың апрелендә эшләй башланы. Был - генетика, биоинформатика, медицина геномикаһы һәм һанлы технологиялар өлкәһендәге тикшеренеүҙәрҙе берләштергән фәнни-белем биреү комплексы. Бында яһалма интеллект һәм персональ медицина өлкәһендә тикшеренеүҙәр алып барыла, нәҫелдән килгән һәм онкологик ауырыуҙарҙы диагностикалау һәм дауалау ысулдарын камиллаштырыу буйынса проекттар тормошҡа ашырыла.
Был - Мәскәүҙән ситтә генетик тикшеренеүҙәр һанлы технологиялар менән берләшкән беренсе ошондай объект. Бинала Сберҙың инновацион Мәктәп21+ эшләй, унда Рәсәйҙә тәүге булып балалар IT-мәктәбе һәм биоинформатикаһы йүнәлеше берләштерелгән.
Икенсе сираттың төп объекты – кампустың төп бинаһы. Бында студенттар һәм йәш ғалимдар өсөн торлаҡ майҙандар, китапхана, коворкингтар, спорт комплекстары һәм йәмәғәт зоналары урынлаштырыласаҡ, Фотоника үҙәге эшләйәсәк.
– Дөйөм алғанда, был уникаль архитектура комплексы федераль кампус программаһының визит карточкаһына әүерелде. Беҙҙең проект «Зодчество» халыҡ-ара архитектура фестивалендә алтын билдә менән билдәләнде, - тине Андрей Назаров.
Республика Премьер-министры комплекстың дөйөм һыйҙырышлылығы – 4,2 мең кеше, тине. Уҡыу һәм йәшәү өсөн уңайлы 1,4 мең самаһы бүлмә ҡаралған. Яҡындағы территорияла йәйәүлеләр өсөн һәм спорт майҙансыҡтары менән бер рәттән социаль-мәҙәни саралар ойоштороу өсөн арт-элементтар булдырылған киңлектәр ҡаралған. Объектты тапшырыу ваҡыты - быйылғы йыл аҙағы.
Башҡортостан Башлығы кампустың төп бинаһына 2027 йылдың сентябренән күсенә башлаясаҡтарын билдәләне. Төбәк етәксеһе шулай уҡ Башҡортостандың Мәғариф министрлығына мәктәп уҡыусыларының IQ-паркҡа һәм Геном үҙәгенә экскурсияларын үткәрергә ҡушты.
- Был - бөгөнгә Башҡортостанда иң ҙур төҙөлөш. Һәм, моғайын, иң мөһимдәрҙең береһелер. Сөнки уның менән беҙҙең фәнебеҙҙең киләсәге бәйле. Тимәк, республиканың киләсәге лә. Был ҙур һәм бик кәрәкле эшкә йәлеп ителгәндәрҙең барыһына ла рәхмәт белдерәм, – тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров. - Ә экскурсиялар уҡыусыларға беҙ булдырған мөмкинлектәр тураһында белергә ярҙам итәсәк.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!
Сығанаҡ: https://glavarb.ru/ru/news/event/stroitelstvo-mezhvuzovskogo-studencheskogo-kampusa-v-ufe-planiruyut-zavershit-do-konca-2026-goda-87821/