Әбйәлил районына эш сәфәрендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Асҡар ауылының “Көнсығыш-1” биҫтәһендәге “Хазина” балалар баҡсаһы менән өр-яңы полилингваль мәктәпте ҡарап сыҡты. Ул мәғариф учреждениеһының мөмкинлектәре менән танышты.
Мәғлүм булыуынса, уҡыу йорто – республикабыҙҙа туған телдәр һәм мәҙәниәт тәрән өйрәнелгән 12-се мәктәп. Майҙаны 16,7 квадрат метрлыҡ дүрт ҡатлы бина “Демография” милли проекты (2025 йылдан – “Ғаилә” милли проекты) буйынса төҙөлдө. Ул 640 уҡыусыға һәм 160 балалар баҡсаһы йәшендәге кескәйҙәргә иҫәпләнә. Уҡыу рус, башҡорт һәм инглиз телдәрендә ойошторолған.
Учреждение директоры Вәсилә Абсаҙиева балалар баҡсаһына сабыйҙарҙың 2025 йылдың сентябрендә йөрөй башлауы, ә мәктәптең быйыл мартта асылыуы тураһында һөйләне.
Мәғариф ойошмаһында балалар өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылған. Заманса кластар тейешле йыһаз менән тәьмин ителгән, тамаша һәм спорт залдары, оҫтаханалар, медицина блогы, уйын майҙансыҡтары һәм ашхана бар. Бүлмәләр һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн дә ҡулайлаштырылған. Балалар баҡсаһында ошондай сабыйҙар өсөн махсус төркөм асылған.
Республика Башлығы информатика, музыка һәм йорт эштәрен өйрәнеү кабинеттарын, хореография залын һәм медицина пунктын ҡарап сыҡты, уҡытыусылар һәм уҡыусылар менән аралашты. Улар төбәк етәкселегенә заманса белем йорто өсөн рәхмәт әйтте.
Журналистар менән әңгәмәлә Радий Хәбиров Башҡортостанда полилингваль мәктәптәр селтәрен үҫтереү тураһында һөйләне.
–Асҡарҙағы уҡыу йортон әүҙем үҫкән биҫтәлә һалдыҡ. Был бик дөрөҫ ҡарар булды. Ошонда йәшәгәндәр өсөн дә бик уңайлы. Ата-әсәләр балаһының өйгә нисек ҡайтыуы тураһында аҙыраҡ борсолор, – тине республика етәксеһе. – Полилингваль мәктәптәр селтәрен артабан да үҫтерергә ниәтләйбеҙ. Стәрлетамаҡта, Өфөлә һәм Нефтекамала йәнә өс ҙур комплекс төҙөйбөҙ.
Фото: Башҡортостан Башығы сайтынан.