Уҡытыусы ла, шәфҡәт туташы ла

“Ҡайҙа эшләһәң дә, шөғөлөңдө яратып, бирелеп башҡарырға кәрәк. Мәктәптә балалар белемле булһын, ә бында сәләмәт булһын, тип тырышабыҙ”, - ти Әлфиә Хамматова.

Уҡытыусы ла, шәфҡәт туташы лаУҡытыусы ла, шәфҡәт туташы ла
Уҡытыусы ла, шәфҡәт туташы ла

Ошо ике һөнәрҙе лә үҙ иткән Әлфиә Хамматова. Күмертау ҡалаһында 3-сө Башҡорт республика гимназияһында белем алған саҡта уҡ Төйлөгән районының Аллабирҙе  ауылы ҡыҙы табип булырға хыяллана. Конкурстан үтә алмағас, Ырымбур педагогия колледжына уҡырға инә. Күмертауҙа мәктәптә эшләгән осорҙа Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы филиалында юғары белем ала.

“Ҡыҙым донъяға килеп, декрет ялы осоронда үҙемдең йәшлек хыялымды тормошҡа ашырҙым  - Күмертауҙағы медицина колледжына уҡырға индем. Шулай итеп, 14 йыл уҡытыусы булып эшләгәндән һуң тормош юлымды икенсе йүнәлешкә борҙом”, - ти Әлфиә.

Балалар поликлиникаһында участка медсестраһы булып хеҙмәт юлын башлаған белгестең тырышлығын күреп, өлкән шәфҡәт туташы итеп үрләтәләр. Әйткәндәй, ул мөғәллимлек эшен дә ташламаған: һуңғы өс йылда ҡалалағы медицина колледжында студенттарға башҡорт һәм урыҫ телдәренән белем бирә.

“Ҡайҙа эшләһәң дә, шөғөлөңдө яратып, бирелеп башҡарырға кәрәк. Мәктәптә балалар белемле булһын, ә бында сәләмәт булһын, тип тырышабыҙ”, - ти Әлфиә Хамматова.

Уҡытыусы ла, шәфҡәт туташы ла
Уҡытыусы ла, шәфҡәт туташы ла
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас