Белем һәм тәрбиә
26 Августа , 20:15

Вуз-ара студент кампусында тормош гөрләй

Ауыл хужалығы министры агросәнәғәт өлкәһендәге ғилми проекттар менән танышты

Вуз-ара студент кампусында тормош гөрләйВуз-ара студент кампусында тормош гөрләй
Вуз-ара студент кампусында тормош гөрләй

Республикаға эш сәфәре менән килгән Рәсәйҙең ауыл хужалығы министры Оксана Лут һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең Вуз-ара студент кампусында булды. Улар агросәнәғәт өлкәһендәге ғилми эшләнмәләр һәм стартаптар менән танышты.

Вуз лабораториялары вәкилдәре абруйлы ҡунаҡҡа төп тикшеренеү йүнәлештре тураһында һөйләне. Мәҫәлән, Өфө дәүләт нефть техник университеты тотороҡло ауыл хужалығы өлкәһендәге башланғыстарҙы тормошҡа ашыра. Ә Өфө фән һәм технологиялар университеты “Башинком” предприятиеһы менән берлектә йәшелсәләрҙең биофортикацияһы технологияһын, Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө федерель тикшеренеүҙәр үҙәге менән бергә үҫемлектәрҙең уңышын арттырыу өсөн биотехнологик препараттар эшләй. Башҡорт дәүләт аграр университеты иһә геном селекцияһы алымдарын файҙаланып, мул уңышлы ауыл хужалығы культураларының яңы сорттарын сығарыу менән шөғөлләнә.

Кампуста йәштәрҙең ғилми стартаптарына гранттар конкурсында ҡатнашыуҙа, перспективалы эшләнмәләрҙе производствоға индереүҙә йәки шәхси бизнес-проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа ярҙам күрһәтәләр.

 

Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.

Вуз-ара студент кампусында тормош гөрләй
Вуз-ара студент кампусында тормош гөрләй
Автор:Гөлсәсәк Хәйруллина
Читайте нас