Белем һәм тәрбиә
2 Сентября , 16:45

Мәләүез районында заманса агрокласс барлыҡҡа килде

Илдәге уҡыу йорттарында бындай класс асыу - яңы аҙым. Рәсәй Ауыл хужалығының “Агросәнәғәт комплексы кадрҙары” программаһына ярашлы,  2030 йылға республикала ошондай 180 класс асыу планлаштырыла.

Мәләүез районында заманса агрокласс барлыҡҡа килдеМәләүез районында заманса агрокласс барлыҡҡа килде
Мәләүез районында заманса агрокласс барлыҡҡа килде

Белем көнөн Воскресенский ауылы халҡы түҙемһеҙләнеп көтөп алды, сөнки мәктәп тарихында беренсе тапҡыр агросәнәғәт йүнәлешендәге ике класс асылды.

Тантаналы линейкала хөрмәтле ҡунаҡтар: Башҡортостан ауыл хужалығы министры урынбаҫары Фәүзәт Ханнанов, шулай уҡ фәнни-белем биреү учреждениелары менән үҙ-ара эш итеү бүлеге баш белгесе-эксперт Алевтина Пицко, район хакимиәте башлығы урынбаҫары Ринат Бикбулатов, “Союзпромптица” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт директоры Андрей Ковалев ҡатнашты. 

Сығыш яһаусыларҙың барыһы ла ауыл мәктәптәрендә агрокластар булдырыуҙың мөһимлеген билдәләне. “Илдәге уҡыу йорттарында бындай класс асыу - яңы аҙым. Рәсәй Ауыл хужалығының “Агросәнәғәт комплексы кадрҙары” программаһына ярашлы,  2030 йылға республикала ошондай 180 класс асыу планлаштырыла. Был башланғыстың маҡсаты – балаларға ауылдың киләсәге барлығын күрһәтеү. Улар теоретик ҡына түгел, практик белем дә аласаҡ. Кем белә, бәлки, тап ошо парта артында белем алған уҡыусы киләсәктә районыбыҙҙың данлыҡлы фермеры булып китер, ауылдың ғына түгел, район йәки республиканың иҡтисади үҫешенә ҙур өлөш индерер”, - тине үҙ сығышында Фәүзәт Рәшит улы һәм республиканың агросәнәғәт йүнәлешендә мәғариф системаһын үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн “Союзпромптица” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Андрей Ковалевҡа Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының Рәхмәт хатын тапшырҙы.

“Союзпромптица” ойошмаһы илдә иң күп күркә етештергән өс предприятие исемлегендә, унда бөгөн 1300 хеҙмәткәр эшләй. “Райондың социаль үҫешенә  өлөш индерергә тейешбеҙ, тип һанайбыҙ. Агрокласс асыу, уны йыһазландырыу  өсөн ике миллион һум аҡса бүлдек, унан тыш Рима Баталова исемендәге мөмкинлектәре сикләнгән балаларға ярҙам итеү фондына ярҙам итәбеҙ”, - тине Андрей Алексеевич.

Интерактив таҡта, белем биреү өсөн кәрәкле төрлө ҡорамал, иң һуңғы моделле парта-өҫтәл менән йыһазландырылған биология һәм химия класын тантаналы асҡандан һуң, ҡунаҡтар уҡыусыларға, уҡытыусыларға уңыштар һәм яңы уҡыу йылы яҡшы билдәләргә һәм яңы асыштарға бай булыуын  теләне.

Мәләүез районында заманса агрокласс барлыҡҡа килде
Мәләүез районында заманса агрокласс барлыҡҡа килде
Мәләүез районында заманса агрокласс барлыҡҡа килде
Мәләүез районында заманса агрокласс барлыҡҡа килде
Мәләүез районында заманса агрокласс барлыҡҡа килде
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас