Белем һәм тәрбиә
14 Октября , 17:45

Баланы нисек бар, шулай ҡабул итеп яратырға кәрәк

-  Бала уны ниндәйҙер ҡаҙаныштары, уңыштары, өлгөлө тәртибе өсөн түгел, ә булғаны өсөн яратҡандарын тойорға тейеш. Һәм, әлбиттә, шәхси өлгө ҙур роль уйнай. Балалар тәү сиратта һүҙҙәргә ҡолаҡ һалмай, ә ололарҙың ҡылыҡтарын ҡабатлай. Әгәр беҙ ғәҙел бала тәрбиәләргә теләйбеҙ икән, үҙебеҙ ҙа ғәҙел булырға тейешбеҙ, - ти үҙ һөнәренең оҫтаһы Әлфиә Рәшит ҡыҙы.  

Добавить в предпочтительные источники Google
Баланы нисек бар, шулай ҡабул итеп яратырға кәрәкБаланы нисек бар, шулай ҡабул итеп яратырға кәрәк
Баланы нисек бар, шулай ҡабул итеп яратырға кәрәк

Әлфиә Рәшит ҡыҙы 1-се Ҡырмыҫҡалы балалар баҡсаһы филиалында эшләй. Үҙ һөнәрен, балаларҙы ихлас яратҡан, ҙур профессиональ тәжрибәгә эйә булған тәрбиәселәрҙең береһе ул. ‎Уның хеҙмәт биографияһы башҡаларҙыҡынан әллә ни айырылмай - белем алып сыға ла бар күңелен һалып педагогия өлкәһендә ихлас хеҙмәт итә. Нәҡ ошо ихласлыҡ һәм бар күңелен һалып эшләү, кескәйҙәрҙе ысын күңеленән һөйөү Әлфиә Рәшит ҡыҙының хеҙмәт юлының төп принциптары булып тора ла инде ‎Ул ошо райондың Малай ауылында ҙур һәм татыу ғаиләлә тыуып үҫә. Өфө педагогия колледжында белем алғандан һуң, баш ҡалалағы балалар баҡсаһының береһендә хеҙмәт юлын башлай. Шунан ғаиләһе менән Силәбе өлкәһенең Троицк ҡалаһына күсеп китергә тура килә. Унда тиҫтә йылдан артыҡ йәшәп, 15-се балалар баҡсаһында эшләй ул. Ә 2021 йылда, тормошон хәрби эш менән бәйләүсе хәләл ефете хаҡлы ялға сыҡҡас, ғаилә тыуған яҡтарына ҡайтып, Ҡырмыҫҡалы районы үҙәгендә төпләнә һәм Әлфиә Рәшит ҡыҙының әле эшләгән мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһының ижади мөхитенә башкөллө сума. ‎Бергә эшләгән коллективы өсөн ҙур тәжрибәгә эйә булған, профессиональ яҡтан өлгө алырлыҡ, кәрәк саҡта кәңәш-аҡылы менән уртаҡлашырлыҡ ышаныслы хеҙмәттәш, ата-әсәләр өсөн абруйлы педагог, ә кескәй малай-ҡыҙҙар өсөн уларға йөрәк йылыһын йәлләмәй өләшкән нурлы ҡояш ул.

‎Быйыл ул хеҙмәттәше Наталья Сергеевна менән өлкән төркөм балаларының ҡанаттарын нығытып, мәктәпкә оҙатҡан, ә хәҙер яңы ғына балалар баҡсаһы тупһаһын аша атлап үткән кескәй малай-ҡыҙҙарҙы ҡабул итеп алған. ‎"Балаларҙы тәрбиәләүҙә иң мөһиме нимәгә иғтибар итергә кәрәк?" тип һорайым әңгәмәләшсемдән.

‎- Иң төп шарт - баланы нисек бар, шулай ҡабул итеп ихлас яратыу. Бала уны ниндәйҙер ҡаҙаныштары, уңыштары, өлгөлө тәртибе өсөн түгел, ә булғаны өсөн яратҡандарын тойорға тейеш. Һәм, әлбиттә, шәхси өлгө ҙур роль уйнай. Балалар тәү сиратта һүҙҙәргә ҡолаҡ һалмай, ә ололарҙың ҡылыҡтарын ҡабатлай. Әгәр беҙ ғәҙел бала тәрбиәләргә теләйбеҙ икән, үҙебеҙ ҙа ғәҙел булырға тейешбеҙ. Шулай уҡ балаға формалашыусы шәхескә ҡараған кеүек мөнәсәбәттә булыу, уның фекерҙәрен, тойғоларын, шәхси сиктәрен һәм теләктәрен ихтирам итеү бик мөһим, - тигән фекерҙә Әлфиә Рәшит ҡыҙы. ‎- Ғөмүмән, яҡшы тәрбиәсе булыу өсөн бер нисә сифатҡа эйә булыу зарур. Беренсенән, ул - сабырлыҡ. Балалар хаталана, шуға һәр саҡ тыныслыҡ һаҡлау бик мөһим. Шулай уҡ баланың күңел торошон аңлай һәм тоя белеү, донъяға уның күҙҙәре менән бағыу бик мөһим. Бынан тыш, һәр ваҡыт яңылыҡҡа ынтылыу, балалар психологияһы тураһында яңы белем туплау мөһим. Кескәйҙәр хәҙер бик зиһенле, замана шарттарынан ҡалышмай, әммә нисек кенә булмаһын, уларҙың һөйөү-наҙға ихтыяжы үҙгәрмәй. Шуға ла уларҙы яратырға һәм яратырға ғына кәрәк, - тип һүҙҙәрен дауам итә тәрбиәсе. ‎

Бар күңелен һалып эшләгән педагогтың уңыштары ла етерлек. Былтыр ул "Йыл тәрбиәсеһе" район конкурсында еңеү яулай. Тәрбиәләнеүселәре лә уңыштары менән һөйөндөрә. Гагарин олимпиадаһында республика кимәлендә 3-сө урын, "Һаумы, һаумы, әкиәт!" республика конкурсында 1-се урын - был һәм башҡа мәртәбәле еңеүҙәр тағы ла тырышыбыраҡ эшләргә көс-дәрт өҫтәй, ҡанаттар ҡуя. ‎Әлфиә Рәшит ҡыҙы буш ваҡытында ижадҡа ла ваҡыт таба - урындағы мәҙәниәт һарайында эшләп килгән "Сатҡылар" халыҡ театрына йөрөй. Әле яңыраҡ ҡына улар тамашасы хөкөмөнә "Минең ғаиләм" спектаклен сығарып, бик уңышлы сығыш яһаны.

‎Әлбиттә, иң ҙур ҡаҙанышы - ул ғаиләһе. Мәҡәләм геройы тормош иптәше Филүс менән сәскәләй өс ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерә. Өлкәндәре Азалия баш ҡалала юрист булып эшләй, Наҙгөл - 4-се курс студенты, кескәйҙәре Элиза - мәктәп уҡыусыһы. ‎"Тәрбиәсе - ул хеҙмәт кенәгәһендәге яҙыу ғына түгел. Ул тиҫтәләгән бала өсөн дуҫ та, остаз да, яҡлаусы ла һәм бер аҙ тылсымсы ла. Һәр көн һайын киләсәккә ҡағылыу мөмкинлеге булыуы менән бәхетлемен, сөнки бөгөнгөмә нимә һалыуымдан беҙҙең иртәгәбеҙҙең ниндәй булыуы бәйле", - тип һүҙҙәрен тамамланы ул.

Фотолар шәхси архивтан.

Баланы нисек бар, шулай ҡабул итеп яратырға кәрәк
Баланы нисек бар, шулай ҡабул итеп яратырға кәрәк
Баланы нисек бар, шулай ҡабул итеп яратырға кәрәк
Баланы нисек бар, шулай ҡабул итеп яратырға кәрәк
Автор:Эльнара Шаймарҙанова