Бөтә яңылыҡтар

Хаталы яҙыу шунда уҡ төҙәтелгән

Хәҙер алтаҡталарҙағы хаталарҙы төҙәтергә “Хатаһыҙ ҡала. Башҡортостан” тигән махсус чат-бот булышлыҡ итә.   

Хаталы яҙыу шунда уҡ төҙәтелгән
Хаталы яҙыу шунда уҡ төҙәтелгән

Өфөлә йәшәгән бер кеше баш ҡалалағы сауҙа комплекстарының береһенә ингән ерҙә “Рәхим итегеҙ” алтаҡтаһында хатаны төҙәтеүҙе һорап мөрәжәғәт итә. Социаль селтәрҙәрҙәге был мөрәжәғәт Республика менән идара итеү мәғлүмәт системаһына эләккән.

Мәсьәләне баш ҡаланың Совет районы хакимиәте тиҙ арала хәл итте. Был эшкә сауҙа, йәмәғәт туҡланыуын һәм хеҙмәттәрҙе координациялау бүлеге белгестәре йәлеп ителде.

“Инцидент-менеджмент” ваҡыты-ваҡыты менән рус һәм башҡорт телдәрендәге алтаҡталарҙа, юл күрһәткестәрендә, урам, туҡталыштарҙың атамаларында һәм башҡа яҙыуҙарҙа ебәрелгән хаталар тураһында мөрәжәғәттәрҙе теркәп бара. Уларҙы төҙәтеү буйынса эш системалы булһын өсөн төбәк Хөкүмәте Республика менән идара итеү үҙәгенә махсус чат-бот булдырырға ҡушты.

Ул “Хатаһыҙ ҡала. Башҡортостан”. Уны : t.me/bashnamebot һылтанмаһы буйынса табырға мөмкин.

Хата тураһында хәбәр итер өсөн аныҡ адресты күрһәтергә һәм фото беркетергә кәрәк. Хәбәр автоматик рәүештә “Инцидент-менеджмент” системаһына эләгә, ә Республика менән идара итеү үҙәге мөрәжәғәттәрҙең нисек хәл ителеүен контролдә тота.

Сығанаҡ: https://vk.com/wall-201146046_147944

Хаталы яҙыу шунда уҡ төҙәтелгән
Хаталы яҙыу шунда уҡ төҙәтелгән
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас