Премьер-министр хәбәр итеүенсә, 13 ғинуарҙан социаль туҡланыу идаралығы балалар баҡсаларына һәм мәктәптәргә 37 тапҡыр, шуларҙың дүрте ата-әсәләр мөрәжәғәте буйынса тикшергән.
– “Һынау үҙәге”нең аккредитацияланған лабораторияһы бушлай нигеҙҙә әҙер ризыҡтың һәм аҙыҡ-түлек сеймалының 185 өлгөһөн һайлап алды. Уҙған йыл менән сағыштырғанда, ыңғай динамика күҙәтелә: асыҡланған боҙоуҙар һаны тотороҡло кәмей, - тине Андрей Назаров.
Башҡортостан Республикаһының сауҙа һәм хеҙмәт күрһәтеү министры вазифаһын башҡарыусы Алексей Гусев мәктәп туҡланыуының ойошторолоуы һәм сифаты тураһында тулыраҡ һөйләне:
– Социаль өлкә учреждениеларында туҡланыуҙы ойоштороу сифатын күҙәтеүҙе дауам итәбеҙ, белгестәр өсөн семинарҙар үткәрәсәкбеҙ һәм социаль өлкә өсөн менюны яҡшыртасаҡбыҙ. Шулай уҡ һөнәрҙең абруйын күтәреү өсөн ашнаҡсылар араһында һөнәри оҫталыҡ конкурстарын үткәрергә планлаштырабыҙ, - тип йомғаҡ яһаны Алексей Гусев. Мәсьәләне ҡарауҙы тамамлап, Андрей Назаров республиканың Сауҙа һәм хеҙмәт күрһәтеү министрлығына Мәғариф министрлығы, шулай уҡ муниципаль район һәм ҡала округтары хакимиәттәре менән берлектә 1 мартҡа тиклем Башҡортостан Хөкүмәтенең алдан раҫланған ҡарарына ярашлы республиканың мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларында ҡарау өсөн ата-әсәләр түләүенең максималь күләмен тәьмин итергә ҡушты. Шулай уҡ ул 10 апрелгә тиклем белем биреү учреждениеларында мәктәп туҡланыуы өлкәһендә норматив хоҡуҡи акттар талабын теүәл үтәү тураһында аңлатыу саралары үткәрергә ҡушты.
https://vk.com/away.php?to=https%3A%2F%2Fpravitelstvorb.ru%2Fnews%2F26035%2F&utf=1