Бөтә яңылыҡтар

Йәмәғәтселек тикшереүе үткәрелә

Иғтибар үҙәгендә - Башҡортостан бюджеты тураһындағы закон проекты

“2026 йылға һәм 2027, 2028 йылдарҙың план осорона Башҡортостан Республикаһы бюджеты тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законы проекты буйынса йәмәғәтселек тикшереүен үткәреү хаҡында

2022 йылдың 27 сентябрендәге “Башҡортостан Республикаһында бюджет процесы тураһында”ғы 606-сы Башҡортостан Республикаһы Законының 16-сы статьяһына һәм 2012 йылдың 4 декабрендәге “Башҡортостан Республикаһы закондары проекттарын йәмәғәтселек тикшереүе тураһында”ғы 605-се Башҡортостан Республикаһы Законына ярашлы, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Президиумы ҡарар итә:

  1. Киң мәғлүмәт саралары, шул иҫәптән “Интернет” мәғлүмәт-телекоммуникация селтәре аша 2025 йылдың 6 – 11 ноябрендә “2026 йылға һәм 2027, 2028 йылдарҙың план осорона Башҡортостан Республикаһы бюджеты тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законы проекты (артабан – закон проекты) буйынса йәмәғәтселек тикшереүен үткәрергә.
  2. 2025 йылдың 1 ноябренән дә һуңға ҡалмайынса закон проекты тексын Башҡортостан Республикаһы хоҡуҡи мәғлүмәттәренең рәсми интернет-порталында (www.npa.bashkortostan.ru) һәм Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың “Интернет” мәғлүмәт-телекоммуникация селтәрендәге рәсми сайтында урынлаштырырға.
  3. Ошо ҡарарҙы, уға 1, 2, 3, 4-се ҡушымталарҙы Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың “Интернет” мәғлүмәт-телекоммуникация селтәрендәге рәсми сайтында урынлаштырырға, киң мәғлүмәт сараларында (“Республика Башкортостан”, “Башҡортостан”, “Кызыл таң” гәзиттәрендә) баҫтырып сығарырға һәм 2025 йылдың 1 ноябренән дә һуңға ҡалмайынса уларҙы Башҡортостан Республикаһы Финанс министрлығының рәсми сайтында урынлаштырыу өсөн министрлыҡҡа ебәрергә.
  4. Йәмәғәтселек тикшереүендә Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә йәшәгән, 18 йәше тулған Рәсәй Федерацияһы граждандары, төбәк (республика) йәмәғәт берекмәләре, Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә теркәлгән дөйөм Рәсәй һәм төбәк-ара йәмәғәт берекмәләре, коммерцияға ҡарамаған ойошмалар, Башҡортостан Республикаһындағы урындағы үҙидара органдары ҡатнаша ала.
  5. Закон проекты буйынса һорауҙар һәм дәлилле тәҡдимдәр, иҫкәрмәләр һәм башҡа фекерҙәр 450008, Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 46-сы йорт адресы йәки kbudget@bashkortostan.ru электрон почтаһына 2025 йылдың 6 ноябренән 11 ноябренә тиклем ошо ҡарарға 2-се ҡушымтаға ярашлы тәртиптә, исем-шәрифте, тыуған көндө, йәшәгән урын адресын йәки ойошманың, йәмәғәт берекмәһенең юридик адресын (әгәр граждан ойошма, йәмәғәт берекмәһе вәкиле булһа) күрһәтеп ебәрелә ала, тип билдәләргә. 2006 йылдың 27 июлендәге “Шәхси мәғлүмәттәр тураһында”ғы 152-се Федераль законға ярашлы, йәмәғәтселек тикшереүендә ҡатнашыусылар ошо ҡарарға 3-сө ҡушымтаға ярашлы тәртиптә шәхси мәғлүмәттәрен эшкәртеүгә ризалыҡ бирә.
  6. Закон проекты буйынса йәмәғәтселек тикшереүен үткәреүҙе һәм уға йомғаҡ яһауҙы ойоштороу өсөн ошо ҡарарға 4-се ҡушымтаға ярашлы составта эш төркөмөн төҙөргә.
  7. Йәмәғәтселек тикшереүе һөҙөмтәләре буйынса эш төркөмөнә йәмәғәтселек тикшереүенә йомғаҡлау һығымтаһын (протокол) әҙерләргә һәм уны Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ултырышында закон проектын беренсе уҡыуҙа ҡарау көнөнән дә һуңға ҡалмайынса Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың “Интернет” мәғлүмәт-телекоммуникация селтәрендәге рәсми сайтында урынлаштырырға.                                                                                                                                                                                               Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе К. ТОЛКАЧЕВ.

 

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Президиумының 2025 йылдың 31 октябрендәге П-29/3-сө ҡарарына 1-се ҡушымта

“2026 йылға һәм 2027, 2028 йылдарҙың план осорона Башҡортостан Республикаһы бюджеты тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законы проекты буйынса йәмәғәтселек тикшереүен үткәреү хаҡында мәғлүмәти белдереү

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай киң мәғлүмәт саралары, шул иҫәптән “Интернет” мәғлүмәт-телекоммуникция селтәре аша, 2025 йылдың 6 – 11 ноябрендә “2026 йылға һәм 2027, 2028 йылдарҙың план осорона Башҡортостан Республикаһы бюджеты тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законы проекты (артабан – закон проекты) буйынса йәмәғәтселек тикшереүен үткәреү хаҡында белдерә.

Закон проекты тексы Башҡортостан Республикаһы хоҡуҡи мәғлүмәттәренең рәсми интернет-порталында (www.npa.bashkortostan.ru), Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың “Интернет” мәғлүмәт-телекоммуникация селтәрендәге рәсми сайтында “Закондар сығарыу” киҫәгендәге “Бюджеттарҙы йәмәғәтселек тикшереүе” бүлегендә һәм Башҡортостан Республикаһы Финанс министрлығының рәсми сайтында (https://minfin.bashkortostan.ru/documents/active/588843/) “Асыҡ бюджет” бүлегендә урынлаштырылған.

Йәмәғәтселек тикшереүендә Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә йәшәгән, 18 йәше тулған Рәсәй Федерацияһы граждандары, төбәк (республика) йәмәғәт берекмәләре, Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә теркәлгән дөйөм Рәсәй һәм төбәк-ара йәмәғәт берекмәләре, коммерцияға ҡарамаған ойошмалар, Башҡортостан Республикаһындағы урындағы үҙидара органдары ҡатнаша ала.

Закон проекты буйынса һорауҙар һәм дәлилле тәҡдимдәр, иҫкәрмәләр һәм башҡа фекерҙәр 450008, Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 46-сы йорт адресы йәки kbudget@bashkortostan.ru электрон почтаһына 2026 йылдың 6 ноябренән 11 ноябренә тиклем Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Президиумының 2025 йылдың 31 октябрендәге “2026 йылға һәм 2027, 2028 йылдарҙың план осорона Башҡортостан Республикаһы бюджеты тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законы проекты буйынса йәмәғәтселек тикшереүен үткәреү хаҡында”ғы П-29/3-сө ҡарарына (артабан – Президиум ҡарары) 2-се ҡушымтаға ярашлы тәртиптә, исем-шәрифте, тыуған көндө, йәшәгән урын адресын йәки ойошманың, йәмәғәт берекмәһенең юридик адресын (әгәр граждан ойошма, йәмәғәт берекмәһе вәкиле булһа) күрһәтеп ебәрелә ала.

2006 йылдың 27 июлендәге “Шәхси мәғлүмәттәр тураһында”ғы 152-се Федераль законға ярашлы, йәмәғәтселек тикшереүендә ҡатнашыусылар Президиум ҡарарына 3-сө ҡушымтаға ярашлы тәртиптә шәхси мәғлүмәттәрен эшкәртеүгә ризалыҡ бирә.

Һорауҙарҙың, тәҡдимдәрҙең, иҫкәрмәләрҙең һәм башҡа фекерҙәрҙең йөкмәткеһе йәмәғәтселек тикшереүе темаһына тап килергә тейеш. Закон проекты буйынса һорауҙар, тәҡдимдәр, иҫкәрмәләр һәм башҡа фекерҙәр билдәләнгән талаптарға яуап бирмәһә һәм (йәки) йәмәғәтселек тикшереүендә ҡатнашыусы тарафынан дөрөҫ булмаған мәғлүмәт биреүе асыҡланһа, ҡаралмай.

Йәмәғәтселек тикшереүенең йомғаҡлау һығымтаһы (протоколы) Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ултырышында закон проектын беренсе уҡыуҙа ҡарау көнөнән дә һуңға ҡалмайынса Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың “Интернет” мәғлүмәт-телекоммуникация селтәрендәге рәсми сайтында “Закондар сығарыу” киҫәгендәге “Бюджеттарҙы йәмәғәтселек тикшереүе” бүлегендә урынлаштырыла.

 

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Президиумының 2025 йылдың 31 октябрендәге П-29/3-сө ҡарарына 2-се ҡушымта

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Бюджет, һалым, инвестиция сәйәсәте һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре комитетына

________________________________________________________________

йәмәғәтселек тикшереүендә ҡатнашыусының фамилияһы, исеме, атаһының исеме (һуңғыһы – әгәр булһа), тыуған көнө, йәшәгән йәки фактик йәшәгән еренең адресы (йәмәғәтселек тикшереүендә ҡатнашыусы физик берәмек булһа)

________________________________________________________________

ойошманың, йәмәғәт берекмәһенең атамаһы һәм юридик адресы

(йәмәғәтселек тикшереүендә ҡатнашыусы кеше ойошманы, йәмәғәт берекмәһен сағылдырһа)

____________________________________________________________

  1. “2026 йылға һәм 2027, 2028 йылдарҙың план осорона Башҡортостан Республикаһы бюджеты тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законы проектына һорауҙар

 

п/п

Һорау

 

  1. “2026 йылға һәм 2027, 2028 йылдарҙың план осорона Башҡортостан Республикаһы бюджеты тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законы проектына дәлилләнгән тәҡдимдәр, иҫкәрмәләр

п/п

Дәлилләнгән тәҡдимдәр, иҫкәрмәләр

Нигеҙләү

 

  1. “2026 йылға һәм 2027, 2028 йылдарҙың план осорона Башҡортостан Республикаһы бюджеты тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законы проекты буйынса фекер белдереү

хуплайым

хупламайым

 

«___»________________ 2022 й.           ____________________________

 

(дата)                                                          (ҡултамға һәм уны асыҡлап яҙыу)

 

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Президиумы 2025 йылдың 31 октябрендәге П-29/3-сө ҡарарына 3-сө ҡушымта

 

“2026 йылға һәм 2027, 2028 йылдарҙың план осорона Башҡортостан Республикаһы бюджеты тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законы проекты буйынса йәмәғәтселек тикшереүендә ҡатнашыусының шәхси мәғлүмәттәрен эшкәртеүгә ризалығы

 

Мин,________________________________________________________, (йәмәғәтселек тикшереүендә ҡатнашыусының фамилияһы, исеме,  атаһының исеме (булған осраҡта)*

________________________________________________________________

(шәхесте раҫлаған документтың төрө, номеры)

________________________________________________________________,

(кем тарафынан һәм ҡасан бирелгән)

теркәлеү адресы: _____________________________________,

(йәшәгән йәки фактик йәшәгән ере)

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға “2026 йылға һәм 2027, 2028 йылдарҙың план осорона Башҡортостан Республикаһы бюджеты тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законы проекты буйынса йәмәғәтселек тикшереүендә ҡатнашыу өсөн кәрәкле түбәндәге шәхси мәғлүмәттәрҙе эшкәртеүгә ризалығымды бирәм:

1) фамилиям, исемем, атайымдың исеме (булған осраҡта);

2) шәхесте раҫлаған документтың номеры һәм серияһы, уны биреү датаһы һәм тапшырған орган тураһында мәғлүмәттәр;

3) йәшәгән йәки фактик йәшәгән урындың адресы;

4) корреспонденция өсөн электрон почта адресы (ошондай адрес булған осраҡта);

5) йәмәғәтселек тикшереүен ойоштороусыға тапшырылған мәсьәләләр һәм дәлилләнгән тәҡдимдәр, иҫкәрмәләр һәм башҡа фекерҙәр иҫәбендәге башҡа мәғлүмәттәр.

Ошо ризалыҡ йәмәғәтселек тикшереүен ойоштороу, закон проекты буйынса йәмәғәтселек тикшереүенең йомғаҡлау һығымтаһын (протокол) әҙерләү өсөн кәрәкле шәхси мәғлүмәттәргә ҡарата ғәмәлдәрҙе башҡарыу маҡсатында бирелә.

Шәхси мәғлүмәттәрҙе эшкәртеүгә ризалыҡ ошондай мәғлүмәттәргә ҡарата автоматлаштырыу сараларын файҙаланып йәки файҙаланмайынса ҡылынған һәр төрлө ғәмәлде (операцияны) йәки ғәмәлдәр (операциялар) йыйылмаһын, шул иҫәптән мәғлүмәт йыйыуҙы, яҙыуҙы системалаштырыуҙы, туплауҙы, һаҡлауҙы, аныҡлауҙы (яңыртыуҙы, үҙгәртеүҙе), күсереп алыуҙы, файҙаланыуҙы, тапшырыуҙы (таратыуҙы, биреүҙе, асыуҙы), бындай мәғлүмәттәрҙе күрһәтмәүҙе, уларға блок ҡуйыуҙы, юҡ итеүҙе күҙ уңында тота.

Ошо ризалыҡ ҡул ҡуйылған көндән көсөнә инә һәм йәмәғәтселек тикшереүенең йомғаҡлау һығымтаһын (протоколды) һаҡлау ваҡыты үткәнгә тиклем ғәмәлдә ҡала.

Шәхси мәғлүмәттәр субъектының йәмәғәтселек тикшереүен ойоштороусыға ирекле формала ебәрелгән яҙма ғаризаһы нигеҙендә теләһә ҡайһы ваҡытта ризалыҡтың тулыһынса йәки өлөшләтә ҡайтарып алыныуы ихтимал.

«___»________________ 2025й.            ____________________________

(дата)                                                     (ҡултамға һәм уны асыҡлап яҙыу)

 

*Шәхси мәғлүмәттәрҙе эшкәртеүгә ризалыҡ “2026 йылға һәм 2027, 2028 йылдарҙың план осорона Башҡортостан Республикаһы бюджеты тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законы проекты буйынса һорауҙарҙы һәм дәлилләнгән тәҡдимдәрҙе, иҫкәрмәләрҙе һәм башҡа фекерҙәрҙе ҡарауға бәйле шәхси мәғлүмәттәре эшкәртелергә тейешле физик берәмектәр (йәмәғәтселек тикшереүендә ҡатнашыусы) тарафынан бирелә.

 

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Президиумының 2025 йылдың 31 октябрендәге П-29/3-сө ҡарарына 4-се ҡушымта

“2026 йылға һәм 2027, 2028 йылдарҙың план осорона Башҡортостан Республикаһы бюджеты тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законы проекты буйынса йәмәғәтселек тикшереүен үткәреүгә һәм уға йомғаҡ яһауҙы ойоштороу буйынса эш төркөмө составы:

1) Тажетдинов Илшат Азамат улы – Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары, “Берҙәм Рәсәй” фракцияһы ағзаһы, эш төркөмө етәксеһе;

2) Хисмәтуллина Рүзәлиә Сафиулла ҡыҙы – Бюджет, һалым, инвестиция сәйәсәте һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре комитеты рәйесе, “Берҙәм Рәсәй” фракцияһы ағзаһы, эш төркөмө етәксеһе урынбаҫары;

3) Моратов Рөстәм Хәмит улы – Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы – Башҡортостан Республикаһының иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры, эш төркөмө ағзаһы (килешеү буйынса);

4) Малинская Светлана Ивановна – Башҡортостан Республикаһының финанс министры вазифаһын башҡарыусы, эш төркөмө ағзаһы (килешеү буйынса);

5) Мансурова Әлфиә Хәниф ҡыҙы – Бюджет, һалым, инвестиция сәйәсәте һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре комитеты эшмәкәрлеген тәьмин итеү бүлеге мөдире, эш төркөмө секретары;

6) Абдуллин Илгиз Фәнил улы – Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Секретариатының Матбуғат үҙәге етәксеһе, эш төркөмө ағзаһы;

7) Әхмәтйәнов Раил Рәбис улы – Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Секретариатының мәғлүмәт технологиялары бүлеге мөдире, эш төркөмө ағзаһы;

8) Әхмәтова Юлиә Фәһим ҡыҙы – Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Секретариатының финанс, хужалыҡ һәм аграр ҡануниәт бүлеге мөдире, эш төркөмө ағзаһы;

9) Шаһиморатов Константин Нил улы – Башҡортостан Республикаһы Башлығының Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле, эш төркөмө ағзаһы (килешеү буйынса).

10) Ғәлин Илһам Илүс улы – Бюджет, һалым, инвестиция сәйәсәте һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре комитеты рәйесе урынбаҫары, “КПРФ” фракцияһы ағзаһы, эш төркөмө ағзаһы;

11) Йәнекәев Арсен Зөфәр улы – Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Секретариаты етәксеһе урынбаҫары, эш төркөмө ағзаһы;

12) Калугина Наталья Владимировна – Башҡортостан Республикаһы финанс министрының беренсе урынбаҫары, эш төркөмө ағзаһы (килешеү буйынса);

13) Лихачев Александр Владимирович – Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле, эш төркөмө ағзаһы (килешеү буйынса);

14) Мостафина Эльвира Өлфәт ҡыҙы – Башҡортостан Республикаһы Финанс министрлығының бюджет сәйәсәте идаралығы начальнигы, эш төркөмө ағзаһы (килешеү буйынса);

15) Рудаков Юрий Аркадиевич – Бюджет, һалым, инвестиция сәйәсәте һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре комитеты рәйесе урынбаҫары, “ЛДПР” фракцияһы ағзаһы, эш төркөмө ағзаһы;

16) Фәхретдинов Айрат Салауат улы – Башҡортостан Республикаһы иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары, эш төркөмө ағзаһы (килешеү буйынса);

17) Теняева Людмила Анатольевна – Башҡортостан Республикаһының Контроль-иҫәп палатаһы рәйесе вазифаһын башҡарыусы, эш төркөмө ағзаһы (килешеү буйынса).

 

Автор: Гөлсәсәк Хәйруллина
Читайте нас