МХО башланғандан алып 63 873 яугиргә медицина ярҙамы күрһәтелгән. Профтикшереүҙе һәм диспансерлаштырыуҙы 16 808 кеше үткән, 3 457 кешегә консультация һәм психологик ярҙам күрһәтелгән. 309 хәрби юғары технологик медицина ярҙамы алған.
Республикала реабилитацияны яугирҙәр Республика һуғыш ветерандары госпиталендә, Республика психотерапевтик үҙәктә һәм Табиплыҡ-физкультура диспансерында ала.
Хөкүмәт ултырышында йәнә социаль контракт нигеҙендә ғаиләләргә адреслы ярҙам күрһәтеү эшенә йомғаҡ яһалды. Былтыр был юҫыҡта 675,3 миллион һум аҡса йүнәлтелгән, шуның 16 проценты (108 млн) республика бюджетынан. Бер йылда 3 450 социаль контракт төҙөлгән.
Андрей Назаров әйтеүенсә, һуңғы биш йылда 24,5 мең социаль контракт төҙөлгән, был эшкә 2,8 миллиард һум аҡса тотонолған. Республика социаль контракт төҙөү буйынса илдә алдынғы. "Ғаилә" милли проектының "Күп балалы ғаилә" федераль проектының бурыстарының береһе - ғаиләләргә тап ошондай ярҙам күрһәтеү.
Юл ремонтлау буйынса республикала 1,2 мең километр юл норматив талаптарына яраҡлаштырылған, 30 км автоюл төҙөкләндерелгән, 800 погон метр юл һәм бл үткәргес ремонтланған. "Хәүефһеҙ сифатлы юлдар" милли проекты буйынса 212 километр юл, өс яһалма ҡоролма тәртипкә килтерелгән. Быйылдан был эштәр "Тормош өсөн инфраструктура" милли проекты сиктәрендә дауам итәсәк.
Шулай уҡ траснпортта МХО ҡатнашыусыларына һәм күп балалы ғаиләләргә ярҙам саралары ғәмәлдә. 2023 йылдан МХО ҡатнашыусылары балалары ҡала пассажир транспортында бушлай йөрөй. Ә күп балалы ғаиләләрҙән - 2024 йылдың сентябренән.
Андрей Назаров Транспорт министрлығына МХО ҡатнашыусыларына ҡала транспортында, ә уларҙың көндөҙгө бүлектә уҡыған балаларына ҡала яны транспортында бушлай йөрөү хоҡуғын биреү мөмкинлеген тикшерергә ҡушты.
Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/