“Ватанды һаҡлаусылар” фонды филиалы Башҡортостан Республикаһында 2023 йылдың 1 июнендә эшләй башланы. Шул уҡ көндө Фонд филиалында Нефтекама ҡалаһы буйынса социаль координатор итеп Яна Япаева ҡуйылды.
– Әлеге мәлдә бөтә категориялар буйынса 200-гә яҡын тәрбиәләнеүсем бар – һәләк булғандарҙың ғаилә ағзалары, эштән бушатылған хәрби хәрәкәттәр ветерандары, инвалид ветерандары, – тине Яна Ипаева.
Фондтың социаль координаторҙары ветерандарға һәм МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаилә ағзаларына, һәләк булған яугирҙәрҙең әсәләренә һәм тол ҡатындарына кәрәкле документтарҙы рәсмиләштерергә, ғәмәлдәге ярҙам сараларын алырға, һаулығын нығытырға, ҡайтанан уҡытыу үтергә һәм тыныс тормошҡа ҡайтырға ярҙам итә.
– Һәр тәрбиәләнеүсем – ул ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән кешегә ҡарағанда ла яҡын, ул инде туған йән. Килгәндәрҙең барыһын да йылмайып ҡаршы алабыҙ, беҙ йылы мөнәсәбәт булдырабыҙ. Был эштә ярҙам итә, – тип һөйләне Яна.
Социаль координаторҙың эше кабинет сиктәрендә генә сикләнмәй, улар дөйөм ҡала сараларына йөрөй, күсмә шәхси ҡабул итеүҙәр үткәрә, тәрбиәләнеүселәрҙе өйҙә билдәләнгән график буйынса ҡарай. Нефтекама ҡалаһында “Ватанды һаҡлаусылар” фонды филиалының социаль координаторы Яна Ипаева үҙенең эшен шулай баһалай:
– Беҙҙең кеүек кешеләр кәрәк, сөнки беҙ тормошта юл күрһәтеүсе булып торабыҙ. Ярҙам итәбеҙ, ебәрәбеҙ, ҡайһы берҙә мәжбүр итәбеҙ. Эш кенә түгел, ә дуҫтарса мөнәсәбәттәр барлыҡҡа килә.
Башҡортостанда 2025 йылдың ғинуарына бөтә ҡала һәм райондарҙа 106 социаль координатор иҫәпләнә. Республикала ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына 40-тан ашыу ярҙам сараһы ғәмәлдә.
Фондтың республика филиалы эшмәкәрлеге тураһында тулыраҡ бында: https://vk.com/public220653548 “Ватанды һаҡлаусылар” фондының Башҡортостандағы филиалы Өфө ҡалаһы, Минһажев урамы, 107 адресы буйынса урынлашҡан. Эш ваҡыты: 9.00 сәғәттән 18.00 сәғәткә тиклем, ял көндәре юҡ.
Консультация өсөн телефон: 8 (347) 268-01-02.
Автор: Галина Морозова.
Фото: “Ватанды һаҡлаусылар” фондынан.