Бөтә яңылыҡтар

Кем яугирҙәргә ярҙам итеүсе була ала?

Теләһә һәр кем түгел. Билдәле сифаттарға эйә булыусылар ғына.

"Ватанды һаҡлаусылар" фондының социаль координаторҙары МХО ветерандарына һәм ҡатнашыусыларҙың ғаилә ағзаларына, әсәләренә, тол ҡатындарына кәрәкле документтар тултырырға, әҙерләргә, ярҙам саралары алырға, һаулығын нығытырға, ҡайтанан белем алырға, тыныс тормошҡа яраҡлашырға булышлыҡ итә.

Социаль координатор булыр өсөн ниндәй сифаттарға эйә булырға кәрәк? Иң беренсе - стресҡа бирешмәҫкә һәм кешеләрҙең хәленә инә белергә, миһырбанлы булырға.

Беҙҙең роликта шундайҙарҙың береһе – Нефтекама ҡалаһындағы фонд филиалының социаль координаторы Яна Ипаева.

Сығанаҡ: "Ватанды һаҡлаусылар" фонды филиалы.

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: