Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
4 Февраль , 20:10

Төшөнкөлөккә бирелмәҫкә, артабан йәшәргә кәрәк

Планда – йәшәргә, ирекмәнлек менән шөғөлләнергә, унда булған яугирҙәргә ярҙам итергә. Тормош ошонда ғына тамамланмай.

Төшөнкөлөккә бирелмәҫкә, артабан йәшәргә кәрәк
Төшөнкөлөккә бирелмәҫкә, артабан йәшәргә кәрәк

Башҡортостанда инвалид ветерандарға “Ватанды һаҡлаусылар” фонды филиалы торлаҡ шарттарын яраҡлаштырыуҙы дауам итә. 2025 йылдың ғинуарына филиалға ҡулайлаштырыуға 78 ғаризаһы менән мөрәжәғәт иткәндәр, 14 торлаҡ бинаһын инвалид яугир өсөн яраҡлаштырғандар, әле 72 бина тикшерелә. Тикшерелгәндәр араһында – һуғышта яраланған махсус хәрби операция ветераны Андрей Юзаевтың фатиры ла бар.

Андрей Юзаевҡа торлағын яраҡлаштырыуға ғариза бирергә, инвалидтарҙың торлаҡ биналарын тикшереү буйынса муниципаль ведомство-ара комиссия өсөн кәрәкле документтарҙы йыйырға Һәм рәсмиләштерергә Нефтекама ҡалаһы буйынса “Ватанды һаҡлаусылар” фонды филиалының социаль координаторы Яна Ипаева ярҙам иткән.

Махсус комиссия, уның составында фонд филиалы етәксеһе урынбаҫары, эксперт һәм социаль координатор, кәрәкле үлсәүҙәр үткәреү һәм нозологиялар буйынса чек-листарҙы тултырыу өсөн инвалидлыҡ менән махсус хәрби операция яугиренә барған.

– “Ватанды һаҡлаусылар” фонды ярҙамы – фатирҙы яраҡлаштырыу. Бында тулыһынса аҡыллы йорт системаһы буласаҡ. Ишектәрҙе алмаштыралар, домофон, туҡталҡа урыны, кәрәкле бөтә тотҡалар, душ кабинаһы, аҡыллы розетка, аҡыллы яҡтылыҡ ҡуялар, – тип һөйләне Андрей Юзаев. – Планда – йәшәргә, ирекмәнлек менән шөғөлләнергә, унда булған яугирҙәргә ярҙам итергә. Төшөнкөлөккә бирелмәҫкә, артабан йәшәргә кәрәк. Тормош ошонда ғына тамамланмай.

Адаптация процесы документтар менән эшләүҙе, уларҙы яраштырыуҙы үҙ эсенә ала. Ватанды һаҡлаусылар” фондының эксперт советы ыңғай ҡарар сығарғандан һуң, яугиргә эш төрҙәрен һәм мәғлүмәттәрен аныҡлау өсөн үлсәүселәр килә. Һуңғы этап – реабилитация сараларын урынлаштырыу. Һәр нәмәгә уртаса дүрт айҙан ярты йылға тиклем ваҡыт китәсәк.

Фондтың республика филиалы эшмәкәрлеге тураһында тулыраҡ бында: https://vk.com/public220653548.

“Ватанды һаҡлаусылар” фондының Башҡортостандағы филиалы Өфө ҡалаһы, Минһажев урамы, 107 адресы буйынса урынлашҡан. Эш ваҡыты: 9.00 сәғәттән 18.00 сәғәткә тиклем, ял көндәре юҡ. Алдан консультация өсөн телефон: 8 (347) 268-01-02.

Автор: Галина Морозова.

Фото: Марина Викторова.

Төшөнкөлөккә бирелмәҫкә, артабан йәшәргә кәрәк
Төшөнкөлөккә бирелмәҫкә, артабан йәшәргә кәрәк
Төшөнкөлөккә бирелмәҫкә, артабан йәшәргә кәрәк
Төшөнкөлөккә бирелмәҫкә, артабан йәшәргә кәрәк
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: