Халыҡ фронты йәштәре быйыл Дондағы Ростовта һәм яңы төбәктәрҙә гуманитар миссия эшенә йомғаҡ яһаны: ике аҙна, 18 ирекмән, 55 тонна йөк, Донбасс халҡына адреслы ярҙам һәм башҡалар. Йыйылма төркөмдә Башҡортостан, Яҡутстан һәм Краснодар крайынан ирекмәндәр ҡатнашты.
"Беҙҙең команда гуманитар миссияларға беренсе булып ҡушылырға тырыша. Башҡортостан ирекмәндәре Курск һәм Ростов өлкәләрендә, ДХР-ҙа, ЛХР-ҙа ярҙам итте. Был юлы беҙ ике гуманитар келәттә ҙур күләмдә эш башҡарҙыҡ: әйберҙәрҙе тупланыҡ, аҙыҡ-түлек йыйылмаларын йыйҙыҡ һәм уларҙы ябай халыҡҡа һәм МХО яугирҙарына ебәрҙек. Һәр ҡатнашыусы күп көс һәм ваҡыт һалды. Өфө, Краснодар, Якутск, Алдан, Олекминск ҡалаларынан ирекмәндәр бер команда булып эшләне», - тип һөйләне Башҡортостан Республикаһында Халыҡ фронтының йәштәр координаторы Рөстәм Сәләхетдинов.
Ростовтағы келәттә ике аҙна эшләү дәүерендә ирекмәндәр МХО яугирҙәре өсөн 55 тонна йөк эшкәртә, 2,5 меңгә яҡын туҡыма әйберҙәрҙен сорттарға бүлә, аҙыҡ-түлек, кейем-һалым, йорт кәрәк-ярағы һәм канцелярия кәрәк-ярағын ебәреүгә әҙерләй.
Донецкиҙа ирекмәндәр канцелярия кәрәк-яраҡтарын тәртипкә килтергән һәм 620-нән ашыу аҙыҡ-түлек йыйылмаһын йыйған. Уларҙың бер өлөшөн мохтаж ғаиләләргә тапшыралар. Мәҫәлән, ДХР-ҙың фронт янындағы районынан эвакуацияланған Татьяна Шпичкаға аҙыҡ-түлек йыйылмаһын бирәләр.
"Күскенселәргә хәҙер бик ауыр. Атайым менән беҙгә 75 йәш, беҙ бөтә мөлкәтебеҙҙе юғалттыҡ. Артемовскиҙа йәшәнек, йорт та, фатир ҙа булды, ә хәҙер бер ни ҙә юҡ. Торлаҡты ҡуртымға алабыҙ. Ярҙамығыҙ өсөн ҙур рәхмәт", - тип ирекмәндәргә рәхмәт белдерә ҡатын.
Макеевкала ирекмәндәр госпиталь хеҙмәткәрҙәренә, табиптарына һәм пациенттарына ярҙам итә. Улар медицина учреждениеһына килгән гуманитар ярҙамды бушата һәм сорттарға айыра, ашханала аш-һыу таратыуҙа эшләй, яралы яугирҙарҙы ҡаршы ала һәм медицина карталарын тултыра.
Эштән тыш, миссия ҡатнашыусылары Донбасс тарихы менән таныша. Ирекмәндәр тарихи урындарҙа булып, ДХР-ҙың беренсе башлығы Александр Захарченконың, Ватан һаҡсыларының һәм ирекмәндәрҙең ҡәберҙәренә сәскә һалды. Шулай уҡ ДХР-ҙағы «Саур-зыярат» һәм Донбасс халҡының батырлығы һәм сыҙамлығы символдары булған ЛХР-ҙағы «Острый могиле» экскурсияларында була.
Сығанаҡ: РФ Халыҡ фронты.