Бөтә яңылыҡтар

Башҡортостанда МХО-ла ҡатнашыусыларға торлаҡ һатып алырға ярҙам итәсәктәр

БР Төҙөүселәр ассоциацияһы һәм «Ватанды һаҡлаусылар» фонды филиалы хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөнө, тип хәбәр иттеләр ассоциацияла.

Башҡортостанда МХО-ла ҡатнашыусыларға торлаҡ һатып алырға ярҙам итәсәктәр
Башҡортостанда МХО-ла ҡатнашыусыларға торлаҡ һатып алырға ярҙам итәсәктәр

Килешеүгә Өфөлә «Ватан көсө — сила Отечества» республика форумында ҡул ҡуйылды. Документҡа Төҙөүселәр ассоциацияһының башҡарма директоры Адель Сәйфуллина һәм «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина ҡул ҡуйҙы.

Яҡтар «Башҡортостан Республикаһы торлағы» проектын тормошҡа ашырыуҙа хеҙмәттәшлек итеү тураһында һөйләшеп килеште. Ул МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына арзан торлаҡ фонды тураһында мәғлүмәт биреү өсөн булдырылған.

Төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Артем Ковшов билдәләүенсә, проект сифатлы торлаҡҡа ихтыяжды дәртләндереп һәм урындағы төҙөүселәргә ышанысты нығытып, төбәктең төҙөлөш тармағын үҫтереүгә булышлыҡ итә. Бынан тыш, ул килешеүҙәрҙең асыҡлығын тәьмин итергә һәм мутлашыуҙы иҫкәртергә тейеш.

- МХО-ла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләре йыш ҡына намыҫһыҙ кешеләр өсөн сәпкә әйләнә. «Башҡортостан Республикаһы торлағы» проекты бындай хәүефте булдырмау һәм яугирҙарға һәм уларҙың яҡындарына арзан торлаҡ варианттары тураһында ышаныслы мәғлүмәт биреү өсөн булдырылған, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Гөлнур Ҡолһарина.

Проект "Торлаҡ һәм ҡала мөхите" милли проекты сиктәрендә эшләнгән "Торлаҡ һәм ипотека баҙары экосистемаһы" платформаһына нигеҙләнә.

— Ярҙамға мохтаж граждандар категорияларына, йәш ғаиләләргә, МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм башҡаларға айырым иғтибар бирелә. Улар өсөн проект консультациялар ғына түгел, ә субсидияларҙы һәм ипотека программаларын иҫәпкә алып торлаҡ һайлау өсөн реаль инструменттарҙы күҙ уңында тота, — тип билдәләне Адель Сәйфуллина.

Һорауҙарҙы «БР Торлаҡ» колл-үҙәгенең 8 (347) 212-06-09 телефоны буйынса ла бирергә мөмкин.

Фото: Башҡортостан Төҙөүселәр ассоциацияһы.

Сығанаҡ: https://resbash.ru/news/care/2025-05-16/v-bashkirii-uchastnikam-svo-pomogut-priobresti-zhilie-4238667

Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас