

Өфө ҡалаһындағы "Торатау" конгресс-холында "Ватан көсө — Сила Отечества" форумы сиктәрендә Ирҙәр клубының "Занятость СВОих" тигән проектының беренсе ултырышы үтте. Клубтың ойоштороусыһы — "Рәсәй эше" кадрҙар үҙәге.
Ултырыштың модераторы Республика халыҡ мәшғүллеге үҙәге директоры Ридан Рафиҡ улы Әхйәмов булды.
"МХО биләмәһенән өйгә ҡайтҡас, терәк-таяныс тойоу, ярҙам һорап ҡайҙа мөрәхжәғәт итергә кәрәклеген белеү мөһим. 2025 йылдан мәшғүллек тураһында яңы закон ғәмәлдә, уның буйынса МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың яҡындарына өҫтөнлөклө ярҙам күрһәтелә. Кадрҙар үҙәктәре яугирҙарға һәм уларҙың ғаиләләренә психологик йәһәттән булышлыҡ итергә, һөнәри йүнәлешкә диагностика үткәрергә, ҡайтанан яңы һөнәргә уҡытырға, эш-шөғөл табырға йәки дәүләт ярҙамында үҙ эшен асырға ярҙам итергә әҙер", - тине Ридан Рафиҡ улы.
Кадрҙар үҙәктәре клиенттарына ярҙам «бер тәҙрә» принцибы буйынса башҡарыла — бөтә хеҙмәттәр һәм консультациялар бер урында уҙа. Шуны билдәләп үтәйек: республиканың мәшғүллек хеҙмәте МХО-нан ҡайтҡан яугирҙәрҙе эшкә урынлаштырырға әҙер булған эш биреүселәрҙең айырым реестрын алып бара.