

«Беҙ — ғаилә» номинацияһында өсөнсө урынды Өфө дизайнеры Елена Степанова яуланы. Ул конкурсҡа күреү һәләте буйынса инвалидтар һәм уларға юл күрһәткән эттәр өсөн эшләнгән «Эт һәм уның кешеһе» кейем коллекцияһын тәҡдим итте.
- Мин насар күреүсе кешеләрҙең һәм уларҙың эттәренең бер бөтөн булыуын күрһәтергә теләнем. Эт кешеһеҙ йәшәй алмай, әммә һуҡыр кеше лә үҙ этенән башҡа йәшәй алмай. Зинһар, эттәргә тоғро булығыҙ, - тип белдерҙе бүләкләү тантанаһында Елена Степанова.
- Кейем - ул функциональ предмет ҡына түгел, ә шәхестең сағылышы, донъяға үҙен танытыу мөмкинлеге. «Ҡанатланып» конкурсында ҡатнашыусылар булдырған кейем коллекциялары яугирҙарыбыҙҙы реабилитациялауҙа тағы бер аҙым булһын һәм уларға ышаныс тойорға, ҙур бейеклектәргә күтәрелергә ярҙам итһен, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондының Башҡортостандағы филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина.
Статс-секретарь, оборона министры урынбаҫары, «Ватанды һаҡлаусылар» фонды рәйесе Анна Цивилева һүҙҙәренсә, гала-тамаша «Ҡанатланып» конкурсының йәне булып тора.
— Дизайнерҙар инвалидтарҙың тормошон яҡшы яҡҡа үҙгәртә алған - уларға физик кәмселектәренә ҡарамай уңайлылыҡ һәм матурлыҡ бүләк иткән моделдәр менән таныштырҙы. Дөйөм тырышлыҡ менән матур һәм бөтәһе өсөн дә уңайлы булған адаптив кейем экосистемаһын булдырыу өҫтөндә эште дауам итәсәкбеҙ, — тип билдәләне ул.
Әйтергә кәрәк, конкурсҡа Рәсәйҙең 67 төбәгенән һәм ете сит илдән дизайнерҙарҙан бөтәһе 286 ғариза килгән.
Фото:"Ватанды һаҡлаусылар" дәүләт фонды.