"Геройҙар ваҡыты" программаһында ҡатнашыусылар дәүләт сәйәсәте буйынса уҡый

Программаның икенсе ағымында ҡатнашыусылар өсөн «Дәүләт сәйәсәте һәм дәүләт идара итеү системаһы» модуле 2025 йылдың 7 июненән 5 июленә тиклем «Сенеж» идара итеү оҫтаханаһы майҙансығында үтә.

"Геройҙар ваҡыты" программаһында ҡатнашыусылар дәүләт сәйәсәте буйынса уҡый"Геройҙар ваҡыты" программаһында ҡатнашыусылар дәүләт сәйәсәте буйынса уҡый
"Геройҙар ваҡыты" программаһында ҡатнашыусылар дәүләт сәйәсәте буйынса уҡый

18 июндә урындағы үҙидара мәсьәләләренә арналған белем биреү модуле үтте. Майҙансыҡта Рәсәй Президентының Эске сәйәсәт буйынса идаралығы начальнигы урынбаҫары Евгений Грачев һәм ВАРМСУ рәйестәше, Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Урындағы үҙидараны үҫтереү буйынса совет президиумы ағзаһы Ирина Гусева урындағы үҙидараның роле һәм әһәмиәте хаҡында һөйләне.

Евгений Грачев, урындағы үҙидараның нигеҙен кешеләр тәшкил итә, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.

– Был системала 4,5 миллион кеше, дүрт миллиондан ашыу муниципаль ойошма хеҙмәткәрҙәре, 16,5 мең муниципаль берәмек башлыҡтары, 170 меңдән ашыу муниципаль депутат, 390 мең самаһы муниципаль хеҙмәткәр һәм йәмәғәт структураларында – ТОС-тарҙа һәм башҡа берекмәләрҙә 62 мең самаһы кеше эшләй. Уларҙың эш сифатына урындағы йәшәү сифаты бәйле. Берҙәм йәмәғәт власы системаһы кешеләрҙе борсоған һәр мәсьәләне тиҙ һәм һөҙөмтәле хәл итеү өсөн эшләргә тейеш, – тине Евгений Грачев.

Программа эксперты сифатында Бөтә Рәсәй урындағы үҙидараны үҫтереү ассоциацияһы рәйестәше Ирина Гусева сығыш яһаны.

- Президент муниципалитет башлыҡтары менән осрашыуҙа беҙгә мөһим бурыс ҡуйҙы – махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы тыныс тормошҡа уңышлы интеграциялауҙы тәьмин итеү, уларҙы муниципаль власть органдарында яңы алдынғы хеҙмәткә саҡырыу. Мин программала ҡатнашыусылар менән осрашырға һәм уларҙы муниципаль власть органдарына хеҙмәткә саҡырырға килдем. Беҙҙә лайыҡлы миҫалдар бар - Рәсәй Геройы, Ырымбур өлкәһенең Новосергиевский районы башлығы Нурсолтан Мусағәлиев һәм Түбәнге Новгород Думаһы башлығы - өс Ҡаһарманлыҡ ордены кавалеры Евгений Чинцов. Улар шулай уҡ «Геройҙар ваҡыты» программаһы буйынса уҡый. Уларҙың тәжрибәһе илгә хеҙмәт итеүҙе дауам итеү, муниципаль кимәлдә яңы мөһим миссияға күсеү мөмкинлеген күрһәтеү менән илһамландыра, — тип билдәләне Ирина Гусева.

ВАРМСУ муниципаль белгестәрҙең квалификацияһын күтәреүгә йүнәлтелгән проекттарҙы әүҙем тормошҡа ашыра. «Геройҙар ваҡыты» программаһы Ассоциация эшмәкәрлегенә, шул иҫәптән РФ Президенты Хакимиәте һәм ВАРМСУ ярҙамында Президент академияһының дәүләт идаралығы юғары мәктәбе ойошторған «Мэрҙар мәктәбе» муниципаль кадрҙар идара итеү резервын үҫтереү программаһына тап килә. Ике белем биреү программаһы ла Рәсәй мәнфәғәте өсөн эшләргә әҙер компетентлы һәм яуаплы идарасылар әҙерләүгә йүнәлтелгән.

«Геройҙар ваҡыты» программаһы Рәсәй Президенты ҡушыуы буйынса РАНХиГС дәүләт идаралығы юғары мәктәбе тарафынан тормошҡа ашырыла. Ике йыл дауам итәсәк уҡыуҙа 85 ҡатнашыусы. Улар иҫәбендә 31 Рәсәй Геройы һәм 72 Ҡаһарманлыҡ ордены кавалеры.

Программаның маҡсаты - йәмәғәт власы органдарында һәм дәүләт компанияларында артабан эшләү өсөн махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар араһынан етәкселәр әҙерләү. Программала ҡатнашыусылар - хәрбиҙәр һәм махсус хәрби операция ветерандары.

Беҙҙең республикала Башҡортостан Башлығының ҡушыуы буйынса «Башҡортостан геройҙары» кадрҙар программаһы эшләй. Был - федераль проекттың дауамы. Программаның маҡсаты - республиканың дәүләт власы органдары һәм предприятиелары өсөн етәкселәр әҙерләү.

2025 йылда «Башҡортостан геройҙары» программаһына 2026 кеше ғариза биргән. Тиҙҙән 70 финалсының исемдәре иғлан ителәсәк, улар уҡый башлаясаҡ.

Автор: Арина Алекперова.

Фото: "Геройҙар ваҡыты" программаһының матбуғат хеҙмәте.

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас