Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
19 Июль 2025, 02:15

"Ялдар итә-итә менәм Янғантау баҫҡыстарын..."

Махсус хәрби операцияла һәләк булған яугир ҡатындары Гүзәл Фәйзуллина һәм Регина Табаева ял йортона барып күңел яраларына дауа алды, һаулығын нығытты.

“Саф һауалы хозур тәбиғәт ҡосағында дауалау процедуралары, минераль һыу менән тултырылған бассейнда һыу инеү, массаж оҡшаны, шифахана коллективы бик һәйбәт. Әҙәм - тәбиғәт балаһы, тик уның ҡосағында ғына күңел тыныслығы таба”, – ти яугир ҡатыны Гүзәл Фәйзуллина.

Сәмәрҡәнд ҡалаһында тыуып үҫкән ҡыҙ 19 йәшендә  атаһының тыуған яғына, Башҡортостанға ҡайтып төпләнгән, кейәүгә сығып, балалар үҫтергән. "Рәсәй тимер юлдары" компанияһында эшләгән 51 йәшлек Гүзәл Винир ҡыҙының  өс тиҫтә йылдан ашыу эш тәжрибәһе бар. Оператор, тауар кассиры, станция буйынса дежур, проводник, смена начальнигы булып эшләгән хеҙмәткәрҙең үҙ ғүмерендә беренсегә ял йортона барыуы.

Яугир ҡатындары "Янғантау" шифаханаһына барыуҙы ойошторған өсөн “Ватанды һаҡлаусылар” фонды филиалы социаль координаторҙары Ләйсән Мәхмүтова менән Альбина Арыҫлановаға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

Автор: Аклима Имамова
Читайте нас